Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 15:10

Халыҡтың ғүмере оҙайған

Ғүмер оҙайлығы бер йылда 6,5 айға артып, 72,64 йәш (2018 йылда — 72,06) тәшкил иткән.

2019 йылдың төп ҡаҙаныштарының береһе – халыҡтың ғүмер оҙайлығы артыуы, тине Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдындағы сығышында. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы бер йылда 6,5 айға артып, 72,64 йәш (2018 йылда — 72,06) тәшкил иткән. Ошондай динамика һаҡланһа, республика биш йылда тәүге унау иҫәбенә инеүе ихтимал, тип билдәләне вице-премьер.
Барлыҡ сәбәптәрҙән үлем коэффициенты 1000 кешегә 12,1 тәшкил иткән һәм 2018 йыл менән сағыштырғанда 2,4% кәмегән. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда республика 2019 йыл йомғаҡтары буйынса 31-се баҫҡысҡа күтәрелгән (2015 йылда – 3-сы урын).
Былтыр миграция иҫәбенә кәмеү – 4 216 кеше. 2018 йылда ул яҡынса 1,5 тапҡырға күберәк булған һәм 6 648 кеше тәшкил иткән.
«2015 йылдан кәмей башлаған тыуымдың ҡыҫҡарыу тенденцияһын әлегә еңеп булманы. Быға бөтә донъяла күҙәтелгән «икенсе демографик күсеү» тәьҫире – теркәлгән никахтар һанының кәмеүе, шулай уҡ никахлашыуҙың һәм әсәлектең «ҡартайыуы» сәбәпсе. Ләкин беҙ тыуымды арттырыу йүнәлешендә эшләйбеҙ. 2019 йылдан ҡатын-ҡыҙҙарға эш һәм бала тәрбиәләү араһында мәшғүллекте тигеҙләргә мөмкинлек биргән шарттар булдырыу, ғаиләләргә финанс яҡтан ярҙам күрһәтеү буйынса саралар күрҙек», — тип иҫкә төшөрҙө Андрей Назаров.
Былтыр «Демография» милли проекты сиктәрендә 16 мең ғаилә 2 миллиард 240 миллион һум суммаһына беренсе бала тыуыуға бәйле һәм өсөнсө йәки артабанғы тыуған һәр балаға айлыҡ түләү алды. Бынан тыш, балалы ғаиләләргә социаль ярҙамды финанслау күләме 2019 йылда 6,7 миллиард һум тәшкил итте.
https://www.bashinform.ru/news/1465643-vlasti-bashkirii-nazvali-odnim-iz-glavnykh-dostizheniy-2019-goda-rost-prodolzhitelnosti-zhizni/
Читайте нас: