Яйыҡ
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 14:50

Хеҙмәтенә тоғро ҡалған табип

Үҙәк ҡала дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында оҙаҡ йылдар акушер-табиб булып эшләүсе Рәйлә Сәфәрованы Учалыла белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Үҙ-үҙен аямай хеҙмәт иткән һиҙгер йөрәкле, акушер-табип кешелекле, шәфҡәтле булыуы һәм үҙ эшен белеп, яратып башҡарыуы менән оло ихтирам яулай.

Үҙәк ҡала дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында оҙаҡ йылдар акушер-табиб булып эшләүсе Рәйлә Сәфәрованы Учалыла белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Үҙ-үҙен аямай хеҙмәт иткән һиҙгер йөрәкле, акушер-табип кешелекле, шәфҡәтле булыуы һәм үҙ эшен белеп, яратып башҡарыуы менән оло ихтирам яулай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та һөнәрен ҡалдырмай. Кешеләрҙе яралғы ваҡыттан уҡ күҙәтеүсе, кешелек донъяһын дауам итеүгә өлөш индереүсе зат ул. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы әсәй булырға әҙерләүҙә тап уның ярҙамы ҙур, медиктан тыш, психолог та, ҡайһы ваҡыт педагог та булырға тура килә уға. Хеҙмәтенә тоғро ҡалған, һөнәрен ысын күңелдән яратып башҡарыусы табип ошо көндәрҙә РФ министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Читайте нас в