Журналистар өсөн уҙғарылған брифингта Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов коронавирусҡа бәйле төбәгебеҙҙәге хәлдәр менән таныштырҙы. Баш табип хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып ҡала-районыбыҙҙа ҡырҡ биш кешелә лаборатор рәүештә COVID-19 асыҡланған. 25 кеше һауыҡҡан. 20 кешенең сире еңел формала үтә, улар өйҙә, амбулатор рәүештә дауалана.
Баш табип аңлатыуынса, бөгөнгө көндә Белорет район-ара үҙәгендә ковид госпитале ойошторолған, коронавирус менән сирле учалылар дауаланырға күрше ҡалаға йә иһә Өфөнөң Зубово ауылындағы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына ебәрелә.
Үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлегенең провизор госпиталендә 25 кеше пневмония менән ята. Әйткәндәй, пневмония менән сирләүселәр, былтыр ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, күпкә артҡан. Ошо сәбәпле, карауат-урындарҙы ла күбәйтергә тура килгән. Госпиталдә ятыусыларҙан мотлаҡ рәүештә COVID-19-ға анализ алына.
Инфекция таралғандан бирле 2407 яҡташыбыҙҙан коронавиурсҡа анализ тапшыртҡандар. Учалыларҙың күбеһен анализды үҙ теләгең менән ҡайҙа бирергә була, тигән һорау ҡыҙыҡһындыра. Рөстәм Латипов әйтеүенсә, COVID-19-ға тикшереүҙе БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы приказы менән раҫланған һәм Роспотребнадзор менән килешелгән шәхси лабораторияларҙа ғына үтергә мөмкин. Мәҫәлән, был исемлеккә Учалыла «Медиалаб» лабораторияһы ғына инә, ҡалған осраҡтарҙа тикшереү һөҙөмтәләре юридик көскә эйә түгел, йәғни эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алғанда проблемалар килеп тыуыуы ихтимал.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлдәр үтә шәптән түгел. Бер кемгә лә сер түгел, яҡташтарыбыҙ араһында ла коронавирус менән сирләүселәр бар. Шуға тағы бер тапҡыр иҫкәртергә мәжбүрбеҙ, йәмәғәт урындарында, магазиндарҙа, кеше күп йөрөгән урында битлек кейеү мотлаҡ. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы хәүефкә һалмағыҙ. Температурағыҙ күтәрелеп, хәлегеҙ насарайһа, шундуҡ тиҙ ярҙам саҡыртығыҙ.