Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 19:00

Әсәһен ғәйепләйҙәр

Мазовтар ғаиләһе фажиғәһе бик күптәрҙе тетрәндерҙе. Фажиғәлә Эльмираны ғәйепләп маташалар

Мазовтар ғаиләһе фажиғәһе бик күптәрҙе тетрәндерҙе. Ни эшләп бер ғәйепһеҙ балалар һәләк булды? Артем Мазов үҙе ҡайҙа? Балаларҙың үлемендә кем ғәйепле?.. Ошоноң кеүек һорауҙар күп.
Фажиғәлә Эльмираны ғәйепләп маташыу буштан килеп сыҡмаған. Кемгәлер уның балаларын кейеменән танып, шунда уҡ үлемдәрен таныуы оҡшаманы. Имеш, балаларын яратҡан әсәй аҙағына тиклем быға ышанмаҫҡа тейеш. Әйтерһең, көн һайын һыуҙан ярты йылдан ашыу ятҡан балаларҙы табалар. Икенселәр, “айырылам” тип иренең асыуына тейеп, уны ошо аҙымға этәргән тип һанай. Хатта балаларҙы үлтереүҙә тура ғәйебе бар тип иҫбатлап маташыусылар ҙа осраны.
“Проуфу” баҫмаһы хәбәрселәре был турала Өфө психиатры менән һөйләшеп, ысынлап та, Эльмираның ғәйебе бармы, юҡмы икәнлеген асыҡларға тырышҡан. Һорауҙарға билдәле психотерапевт, республика психотерапия үҙәге баш табибы Илгиз Тимербулатов яуап биргән.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кем тере ҡалған, шуны ғәйепләү – ғәҙәти күренеш. “Үлгәндәргә хөкөм юҡ” тигән һүҙҙәр ҙә бар бит. Был Башҡортостанға ғына хас түгел, бөтә донъяла фажиғә ҡорбандарын ғәйепләйҙәр. Әлеге осраҡта ла Эльмираны ғәйепләүселәр күп. Бер яҡтан, был - психологик һаҡланыу реакцияһы, ул бөтә кешегә лә хас. Икенсе яҡтан, ата-әсә ғәйебе.
Ғаиләлә булған аңлашылмаусанлыҡ, низағтар, көнләшеү өсөн балаларҙың зыян күреүе бик ҡурҡыныс. Был кешеләргә хас түгел, тик бындай хәлдәр йыш осрай. Күпселеге, балалар туҡмала, ә Мазовтарҙыҡы кеүек осраҡтар һирәк.
Ғаиләлә нимә генә булмаһын, ата-әсәгә психологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Бала үлтереүҙе ата-әсәнең үҙен дөрөҫ тотмауы йәки насар хәтирәләр менән аҡлап буламы? – тип һорағандар психотерапевтан.
– Үлтереүҙең сәбәбен һәм һылтауҙарын асыҡлап ҡарарға була. Тик бер ниндәй енәйәт тә аҡланмай. Мәҫәлән, хатта маньякты бала сағында көсләгәндәре һәм туҡмағандары асыҡланһа ла, уның ҙурайып ҡылған ҡылыҡтары бер нисек тә аҡланмай. Ул үҙенең енәйәте өсөн яуап тоторға тейеш, – тигән ул.
Балаларын юғалтыу фажиғәһен кисергән Эльмираға әле ныҡ ауыр. Быны белеү өсөн күрәҙә булыу кәрәк түгел. Һигеҙ ай дауамында ут йотоп йәшәгән ҡатын был көндәрҙә ғәзиздәрен ерләй. Әйҙәгеҙ, уға ҡарата мәрхәмәтле булайыҡ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: