Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе арҡаһында ғәмәлдә булған юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға сираттағы тапҡыр үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарына дәүләт граждандар йәки муниципаль хеҙмәткәр вазифаларына вакант урындарҙы биләү өсөн конкурс үткәрергә һәм уларҙы кадрҙар резервына индерергә рөхсәт ителде.
Шулай уҡ 22 июндән республика биләмәһендә ҡатнашыусылар һаны 50 кешенән ашыу булған эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт саралары йәки дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар ойошторған сит ил дәүләттәре һәм илдең башҡа төбәктәре вәкилдәре ҡатнашлығындағы саралар үткәрергә рөхсәт ителде.
29 июндән граждандар туристик сәйәхәттәр ҡыла, шулай уҡ дини объекттарға йөрөй ала. Шул уҡ ваҡытта бындай учреждениелар тейешле санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәргә тейеш. Уларҙа бер үк ваҡытта сикләнгән кешеләр һаны була ала (руханиҙар һәм хеҙмәткәрҙәр ҙә иҫәпләнә). Иҫәп шундай: бер кешегә - дүрт квадрат метр, тик дөйөм һан 100 кешенән артмаҫҡа тейеш.
Бынан тыш, 23 июндән музейҙар һәм китапханалар эш башланы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.