Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 16:30

Тағы аяныслы фажиғә

Башҡортостандың Илеш районында йәшәгән бер ғаиләлә фажиғә булған. «Вести» хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, 3 йәшлек малайҙың өҫтөнә ҡайнар һыулы сәйнүк килеп төшкән.

Башҡортостандың Илеш районында йәшәгән бер ғаиләлә фажиғә булған. «Вести» хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, 3 йәшлек малайҙың өҫтөнә ҡайнар һыулы сәйнүк килеп төшкән. Сабыйҙың тәне бешкән. Уны ашығыс ярҙам менән урындағы дауаханаға алып киткәндәр.
Табиптар бер нисә сәғәт буйына баланың ғүмере өсөн көрәшкән, ләкин уны ҡотҡара алмағандар.
Хәҙер тәфтишселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.
https://www.bashinform.ru/news/1465745-v-bashkirii-3-letniy-malchik-doma-poluchil-smertelnye-ozhogi/
Читайте нас: