Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 15:10

Табиптарҙың эш хаҡы артҡан

Былтыр медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын һигеҙ процентҡа арттырыуға өлгәшелгән, шулай уҡ һан буйынса ла артҡандар.

Былтыр медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын һигеҙ процентҡа арттырыуға өлгәшелгән, шулай уҡ һан буйынса ла артҡандар. Мәҫәлән, элек табиптар менән тәьмин ителгәнлек буйынса – 59-сы, урта медицина хеҙмәткәрҙәре буйынса 52-се урында торһаҡ, хәҙер 10 мең кешегә 35,6 табип тура килә, ике процент үҫеш күҙәтелә. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары аша социаль ярҙам сараларын арттырыу һөҙөмтәһендә медицинаға йәштәрҙең килеүен дәртләндереүгә өлгәшелгән.
Былтыр медицина хеҙмәткәрҙәренең уртаса хеҙмәт хаҡы 36129 һум тәшкил иткән, 2018 йыл менән сағыштырғанда 8,3 процентҡа артҡан. Табиптарҙың хеҙмәт хаҡы 64861 һум булған, алдағы йылға ҡарағанда 8,8 процентҡа күп. Дөйөм алғанда, былтыр был тармаҡты дәүләт сығанаҡтарынан финанслау 75,4 миллиард һум тәшкил иткән.
Фото: скриншот
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: