Яйыҡ
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 19:20

Зәхмәт

Ҡапҡа тышында хужаһын көтөп ятҡан Кетмер шыңшый - шыңшый солан аҫтына инеп боҫто. Сәрүәр этенә өндәште:- Ҡайтып киләме? Шуға йәшенәһеңме? Мә, һауытыңды ла шунда ҡуяйыҡ, аяҡ аҫтында ултырһа, осора тибер тағы. Ялап бөтөрөп ҡуй өйрәңде. Ҡурҡма инде ул тиклем.Кетмер сый - сый итте лә шымды. Хужаһы эсһә, шулайтып илай Кетмер, Башҡа саҡта айырылғыһыҙ дуҫтар улар. Зәки этен йәнендәй күрә, Кетмер уның күҙенә генә ҡарап тора.Сәрүәр бәләкәй ҡапҡаны ҡыҫып ҡына, урам буйына күҙ һалды.

Ҡапҡа тышында хужаһын көтөп ятҡан Кетмер шыңшый - шыңшый солан аҫтына инеп боҫто. Сәрүәр этенә өндәште:- Ҡайтып киләме? Шуға йәшенәһеңме? Мә, һауытыңды ла шунда ҡуяйыҡ, аяҡ аҫтында ултырһа, осора тибер тағы. Ялап бөтөрөп ҡуй өйрәңде. Ҡурҡма инде ул тиклем.Кетмер сый - сый итте лә шымды. Хужаһы эсһә, шулайтып илай Кетмер, Башҡа саҡта айырылғыһыҙ дуҫтар улар. Зәки этен йәнендәй күрә, Кетмер уның күҙенә генә ҡарап тора.Сәрүәр бәләкәй ҡапҡаны ҡыҫып ҡына, урам буйына күҙ һалды.Килә ята. Фатималарҙы үткән. Юлға һыймай атлай - улай ҙа сыға, былай ҙа сыға. Һатыбалдар бөгөн өй күтәрә, ти ине. Шунда йөрөй Зәхмәтең, тип шыҡырыҡлап киткәйне бая һайыҫҡан Райхан. Ныҡ һыйлағандар икән - юлға һыймай килә. Быныһы яҡшы. Ныҡ иҫерһә, йоҡлай ул.Килеп етте. Сәрүәр ҡапҡаны шар асып ебәрҙе.- Бәр - бәр - бәр! Бәр - бәр - бәр! Аһ - аһ, ҡалай шым ғына инеп киләһең? Терт итеп ҡалдым! Бар, инә тор, мин хәҙер. Һарыҡтарҙы әпкиләм. Хәҙер сәй эсербеҙ.- А-а - сыҡ - тыр -ҙы... Йәһәтер - рәк!Әйтеп тә өлгөрҙө, һуҙылып та ятты. Быныһы һәйбәт. Урам буйында ҡолап ятмай ул бер ҡасан да, ҡайтып йығыла. Ире ҡайтып ингәс, ҡапҡаһын яптымы - Сәрүәрҙең урамында, өйөндә ни хәлдәр барын Кетмерҙән башҡа берәү ҙә белмәй.Һарыҡтарын бая уҡ бикләне ул, малы - ҡошо ҡарап бөтөлгән. Бына ике аяҡлыһы ла ҡайтып килде. Ҡапҡаны төнгөлөккә бикләргә лә була.- Ҡапҡа төбөндә мине аңдып тораһыңмы? - тигән екереүгә яуап итеп әҙерләп ҡуйғайны һарыҡ саҡырыуҙы, кәрәге теймәне.Көнө буйы тамағына аш бармағайны, хәҙер иһә ныҡ асыҡҡанын тойҙо. Ниңәлер йөрәге лә сәнсеп - сәнсеп алды бөгөн..Бешеренгәйне. Белеп бөткән Зәкиҙең ҡайҙа йөрөһә лә асыҡтырҙы, тип ҡайтырын. Өҫтәл әҙерләне. Хәҙер инер теге. Оҙаҡ ятмай ул ни тиклем генә иҫерек булһа ла, ярты сәғәттән арттырмай. Быныһы һәйбәт ул, юғиһә, ҡыштарын өшөнөр ине күптән. Ана, инеп килә.- Өшөттөрҙө, ҡана сәйеңде яһа ла.Сәрүәр ҙә үҙәк ялғап алды иренә әүрәп.Әсәләренең күршеһе мәрйә Машурканың әйткәне гел иҫендә Сәрүәрҙең,- какуй - никакуй, а мужик фсётки, абышка!Ҡыҙыҡ мәрйә булды Машурка. Башҡорт бисәләре менән телен боҙоп һөйләшә ине.Какуй - никакуй шул. Бына эргәһеңдә бала һымаҡ болғанып, түгеп - сәсеп ултырһа ла, бер мәшәҡәтен дә күрмәй Сәрүәр. Өйрәнде, күнгән дә хәҙер. Башҡа саҡта Зәкиҙән йыйнаҡ ир юҡ.Ошо өҫтәл эргәһенә боронғоса итеп, Зәкиҙән урындыҡ эшләтеп алды Сәрүәр.- Диван тар, әйләнеп ятам, тип ҡолай ҙа төшәһең.Ҡасан ҡолап төшкәнен үҙе белгәс, матур итеп урындыҡ һалып алды Зәки. Ана, рәхәтләнә хәҙер иркендә.Иренең баш аҫтына яҫтыҡ ҡыҫтырҙы ла аяҡтарын һоноп йәнәшә ултырҙы. Салҡан төшөп, тынысһыҙ йоҡлаған Зәкигә, тәү күргәндәй, төбәлде һәм... аптыраны. Нимә булған Зәкигә? Ниндәй зәхмәт ҡағылып уҙған? Ҡасан?Сәрүәр яҫтыҡ эргәһенә тубыҡланды. Һүрән генә төнгө ут яҡтыртҡан ҡаҡса йөҙө йәнһеҙ һымаҡ Зәкиҙең..Сәсе генә түгел, ҡаштары ла салланып киткән икән дә баһа. Бер күрмәүен әйт. Оҙон булып япырайып, һалынып уҡ төшкән күҙ ҡабаҡтарына. Ҡыйылып ҡына үҫкән ҡап - ҡара ҡаштарына сал төшөрлөк ни хәсрәт күргән икән улар?Сәрүәр ирекһеҙҙән эстинәлә элеүле торған ҡайсыһын ынтылып алды. Иренең ҡаштарын тигеҙләп ҡырҡты. Шунан бармағын еүешләп ипләп кенә һыпырып ҡуйҙы. Матур булып ҡалды буйтым. Маңлайына тәрән булып уйылған һырҙарҙы төкөрөкләп һыйпап ҡына тигеҙләп булмаҫтыр.Үҙенә төбәлгән ҡарашты тойҙомо икән әллә - башын күтәрә бирҙе Зәки, тик күҙҙәрен асманы.Ярым асыҡ ирендәренән тештәре ағарып күренә. Тештәре тип - тигеҙ, ап - аҡ ине Зәкиҙең. Ауыҙ тултырып йылмайһа, күҙҙәре нурланып, йөҙө яҡтырып китә ине. Сәрүәр уның тештәренә ҡыҙыға торғайны, йылмайыуын ярата ине. Аһ - аһ, ҡалай Зәки юҡ һымаҡ итеп хәтерләп ултырасы, тәүбә. Теп - тере, һап - һау, бер нәмә белмәй рәхәтләнеп йоҡлай ана, тик йөҙө генә йәнһеҙ кешенеке һымаҡ көлһыу.Һаҡ ҡына ынтылып ауыҙына күҙ һалды ла тағы шаҡ ҡатты...Алғы тештәре ҡайҙа булып бөткән иренең? Ап - аҡ, тип - тигеҙ тештәре?- Аһ - аһ...Зәкиҙе хәҙер үк уятып һорарғамы икән әллә, тип уҡталып ҡуйҙы хатта Сәрүәр.Эйәгендәге уйымы нишләп юҡ? Морат:- Атай, ниңә миңә лә соҡор ҡуйманың? - ти торғайны Морат атаһының алдына ултырып алыр ҙа ине. Сәрүәр яратҡан ул матур уйым ҡайҙа булған?Сикә һөйәктәре, яңаҡтары сурайып ҡалҡҡан, беләктәре - һөйәк тә тире. Нишләткәндәр Зәкиҙе?..Сәрүәрҙең башына эҫе ҡан бәрҙе, йөрәге дарһылдап типте. Урындыҡтан шылып төштө лә ҡайҙа барырға белмәгән кеше кеүек, иҙән уртаһында аңҡы - тиңке булып торҙо ла торҙо. Ҡулдарын йәйеп ебәргән көйө, күҙҙәрен ҙур итеп асҡан килеш.Кемдең иҫерек ғибрәте ята уның түрендә?Зәки түгел, түгел! Уның Зәкиһеме? Һай, уның Зәкиһе! Улмы? Ул ятһамы? Бынау урындыҡ таҡталары эйелеп китер ине Зәки ятһа! Бәһлеүән бит Сәрүәрҙең ире! Ә был?.. Тфү, быға өс тапҡыр!Сәрүәр өҫтәл эргәһенә килеп ултырҙы ла тағы иренә баҡты. Нишләткәндәр уның ирен?- Һыу бир әле, Сәрүәр....Сәғәт нисә ул? Нишләп йоҡтамай ултыраң? Ят, миңә ҡарама.Сәрүәр һонған бер сүмес һалҡын һыуҙы бөтөргәнсе эсте лә, Зәки арты менән боролоп ятты.Яҡтырып килә. Йоҡлап китә алманы Сәрүәр. Зәкиҙең ошо сиккә етеүендә үҙендә лә ғәйеп барлығын аңлау уның йәнен өшөттө, башын ҡайнатты.Зәкиҙең ҡапыл бирешеүен, ҡапыл олоғайып китеүен нисек күрмәй йөрөгән һуң ул? Маңлай күҙе менән абайламаған, күңел күҙен һуҡырайтҡан Сәрүәр. Өҫтө таҙа, тамағы туҡ, өйө, ҡураһы тулы байлыҡ булһа, Зәкигә, үҙенә лә, шул етә, тип йәшәгән. Нисәмә йылдар! Кире ҡайтарып алып, төҙәтеп, үҙгәртеп булһа икән ғүмерҙе...Ниндәй егет ине бит Зәки! Нисек яратты ул Сәрүәрҙе!Бер йәшкә кесе ине Зәки Сәрүәрҙән. Бер генә йәшкә. Ә Сәрүәр шуны Зәкиҙең алдына кәртә итеп ҡуйҙы. Ҡустым, ти торғайны оҙата килһә, башың йәш әле, тип көлә ине. Оҙон буйлы, мыҡты егет Сәрүәрҙән кесе, тип әйтерлек түгел һис тә, ә ул..- ...Апайың үҙе белә, имеш. Һай, башһыҙ, һай, алйот!Башы йәш булһа ла Сәрүәрҙең был һүҙҙәрен ҡолағына элмәҫкә башы еткән Зҡкиҙең.- Аҡыллым минең.Бухгалтерҙар техникумын тамамлағас, ике йылға Абҙан ауылына эшкә ебәргәндә:- Сәрүәр, һин унда кейәү - мейәүгә сығып ҡуйма, барып, ярып ҡайтасаҡмын, - тип ҡалды. Мотоцикл менән килеп етә ине ҡайҙан - ҡайҙа ятҡан Абҙанға.- Мине көт, йәме, Сәрүәр. Мин һинһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтермәйем. Һине яратам мин, һинһеҙ йәшәй алмайым, Сәрүәр! Ишет мине!Зәки флотта өс йыл хеҙмәт итеп ауылға ҡайтыуға, Сәрүәр ҙә, өс йыл тигәндә, кейәүгә сығып, бер бала менән айырылып ҡайтырға өлгөргәйне...Ҡалаға эшкә китергә йыйынып йөрөгән Сәрүәрҙең сумаҙанын ҡулынан һыпыра тартып алды теге көҙҙә.- Спокуха, Мәфтуха апай, ну Сәрүәр бер ҡайҙа ла китмәйәсәк! Сыҡ, ултыр матайға! Ҡайҙа Морат? Әйҙә, моряк, ҡайттыҡ!... - Дыуамалым минең. Аҡыллым минең. Рәхмәт һиңә...Сәрүәр күҙ йәштәрен һөрттө.Зәкигә бер генә бала табып бирҙе. Ҡыҙ бала.- Алтышар ай һыу аҫтында йөрөнөк бит. Ярай, бер малай, бер ҡыҙ етә-ә...Һыу аҫтының ғәйебе юҡ ине, Сәрүәр үҙе хәл итте икәүҙән арттырмаҫҡа....Алйот мин. А-ах, алйот.Морат хеҙмәт иткән ерендә ҡалды, Зарифа ла күптән осто оянан. Ҡыҙ бала ҡанатлы була бит. Улар килгәндә генә терелеп ала Зәки.Икәүҙән икәү ҡалдылармы, Зәки - күләгә.Көндәр буйы һөйләшмәй йөрөй ала ине Сәрүәр, ә Зәки - тел биҫтәһе.Уға аралашырға, эс бүҫкәртергә кәрәк булған. Бигерәк тә эшһеҙ ҡалғас, өйҙә толҡа таба алмай башлағас.Ә Сәрүәр баш ҡалҡытмай донъя көттө лә көттө, көттө лә көттө. Зәки йомошсо малай ғына булды уның өсөн. Бер йәшкә генә булһа ла, оло икәнен ниңәлер онотманы Сәрүәр. Ирен тиң күрмәне, тип булмай, үҙенсә яратты ла, тик бер ҡасан да йөҙөнә сығарманы тойғоларын, ҡырыҫ булды. Ир өлөшөнә тейешле иркә, наҙлы һүҙҙәр быҙау - бәрәстәгә, бәпкәләргә, себештәргә әйтелде.... Эй Аллам. Мин дә тормаҫ инем өйҙә Зәки урынында булһам... Нимә бар бында миңә, - тиер инем.Сәрүәрҙең ауыр итеп көрһөнөүенә Зәки башын бороп ҡараны. Тағы һыу һорап эсте лә тороп тышҡа сыҡты.Ауылға сығып китмәһен, бороп индерергә кәрәк булыр. Астан - ас йөрөр тағы.- Зәки! Сәй эсәйек!- Ярай. Хәҙер.Ире бара - бара оҙағыраҡҡа юғала башланы өйҙән, ҡайҙа йөрөгәнен дә әйтмәй ине. Аяғында ла тора алмай, ауа - түнә ҡайтҡан саҡтары ла йышайҙы.- Зәкиәхмәтме һин, зәхмәтме? - тип әрләгәнен ишетеп ҡалғандар. Иренә Зәхмәт, тип өндәшә башлағас, үртәлеүҙәре...Ана бит һайыҫҡан Райханға тиклем Зәхмәтең, тип торған була, ҡорсаңғы. Үҙенең Рәжәбен белһен.Үкенеүҙән файҙа юҡ. Терһәк яҡын да ул, бына ғына, ә күңелдәр алыҫайған, йәндәр һалҡынайған. Төҙәтә алмаҫлыҡ хата аҙым, моғайын атланмағандыр, эш үтмәгәндер, моғайын. Юҡтыр әле, юҡтыр!- Быҙауҙарҙы ҡуштым, имһендәр әйҙә, байрам итһендәр. Йоҡламаның бит, Сәрүәр.Ҡапыл ырғып торғанғамы, башы әйләнеп, сайҡалып китте Сәрүәр, шулай ҙа Зәкигә ҡаршы барырға хәле етте.- Зәки, Зәкиәхмәтем минең...Иренең ап - аҡ сәстәрен, ҡаштарын, күҙҙәрен, сикәләрен һыйпап һөйҙө.- Ғәфү ит мине, Зәкиәхмәт. Мин ул зәхмәт, һин түгел. Янымдағы бәхетемде шәм яндырып ситтән эҙләнем. Эҙләмәнем дә, күҙ йомоп тик барғанмын... Зинһар, кисер мине. Ҡуй, бүтән улайтмайыҡ, Зәкиәхмәт, матур итеп йәшәйек, йәме? Һиңә бит әле.. Юҡ - юҡ, беҙгә! Беҙгә бит әле ҡырҡ бишәр генә йәш!Сәрүәр йәш тулы күҙҙәрен иренә төбәне.- Зәки, беҙҙең әллә урта йәштәр көрсөгө булып торҙо микән?Зәки Сәрүәрҙең күҙҙәрен һөрттө лә косағына ҡыҫты.- Ярай, әйҙә, шулай булған икән ти.-Аҡыллым минең. Һин мине яңғыҙ итә күрмә, Зәкиәхмәт. Һинһеҙ йәшәй алмам мин, һарыларға тарырмын. Үлермен.Иренең күкрәгенә һыйынған Сәрүәр Зәкиәхмәтенең бәхетле йылмайыуын, күҙҙәренең нур сәсеп балҡып китеүен күрмәһә лә йөрәге менән тойҙо. Ошоға тиклем бер ҡасан да татымаған йылылыҡ, наҙ солғап алды Сәрүәрҙе.
Таңһылыу Ҡарасурина
Читайте нас в