Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 13:25

1993 йылғы Конституцияға күҙ һалайыҡ

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина республикала йәшәүселәрҙе тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙе дөрөҫ аңлау өсөн Рәсәй Федерацияһының 1993 йылғы Конституцияһын уҡып сығырға саҡырҙы.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина республикала йәшәүселәрҙе тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙе дөрөҫ аңлау өсөн Рәсәй Федерацияһының 1993 йылғы Конституцияһын уҡып сығырға саҡырҙы.
«Ялған мәғлүмәткә ҡаршы тороу өсөн Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙе рәсми сығанаҡтарҙан уҡырға кәңәш бирәм. Тәүге сығанаҡты, ә иң яҡшыһы Рәсәй Федерацияһының 1993 йылғы Конституцияһын алырға һәм уға нимә өҫтәргә тәҡдим ителгәнен сағыштырырға кәрәк. Уҡып сығырға иренмәгеҙ, мәғлүмәт күп түгел, хатта A4 форматындағы ҡағыҙға һыйҙырырға мөмкин», — тине Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Башҡортостандың Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен күҙәтеүгә әҙерлеге буйынса матбуғат конференцияһында.
https://www.bashinform.ru/news/1466047-predsedatel-obshchestvennoy-palaty-rb-prizvala-zhiteley-izuchit-konstitutsiyu-rf-1993-goda/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Конституция, төҙәтмәләр, тауыш биреү
Читайте нас: