Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 16:40

Һаҡлыҡ саралары тейешле кимәлдә

Алдан тауыш биреп ҡайттыҡ

1 июлде көтөү шарт түгел, Конституцияға төҙәтмәләр индереүҙе хуплау-хупламау тураһында алдан тауыш бирергә мөмкин.
Һәр кем теркәлгән адресы буйынса үҙ һайлау участкаһына иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем килеүе генә талап ителә. Әлбиттә, паспорт алыр кәрәк.
Беҙ ваҡытынан алда барыуҙың сәбәбе – ҡалғандарҙы өндәр алдынан, коронавирусҡа ҡаршы саралар ыснлап та күҙәтелеүенә шәхсән рәүештә инанырға булдыҡ.
Шулай итеп, ҡаланың филармонияһында урынлашҡан 3147-се участка. Бинаның вахтаһында ултырған ҡатындар ишек аша үтеү менән ни эшләп йөрөүебеҙ менән ҡыҙыҡһындылар. Һайлауға, тигәс, икенсе ҡатҡа йүнәлттеләр. Участканың эсенә инеп тә өлгөрмәнек, мөләйем ҡатын температураны үлсәргә туҡтатты. Шулай итеп, үҙемдең тән температураһы 36,4 градус икәнлеген белеп ҡалдым. Эксперимент үткәргәс, әрһеҙләнеп, һаҡлыҡ саралары кеймәй килгәйнек. Бер һүҙһеҙ полиэтилен бирсәткә кейҙерҙеләр, битлек тә тотторҙолар. Комиссия ағзалары социаль дистанцияны күҙәтеп, бер-беренән ситтәрәк ултыра. Һуңынан фото төшкәндә генә яҡыныраҡ торорға өгөтләнек.
Тәғәйен урында комиссия ағзаһына паспортты ситтән тороп асып күрһәтәбеҙ. Шунан бюллетень бирелде. Кабинаға инеү, билдә ҡуйыу, урнаға төшөрөү – барыһы ла ҡәҙимгесә.
-Участкала һәммәһе 1477 һайлаусы теркәлгән. Кисәнге, йәғни 25 июнь, тауыш биреүҙең беренсе көнөндә 49 кеше ваҡытынан алда килде. Бөгөн иһә, 13.00 сәғәткә 36 яҡташыбыҙ граждан бурысын үтәне, - тип белдерҙе 3147-се участка рәйесе Флүрә Шәрипова, - Әлегә төп өлөштә эшкә барышлай йә ҡайтышлай инәләр. Йорттарына саҡыртыусылар ҙа бар. Һаҡлыҡ саралары шарт итеп ҡуйылған кимәлдә тулыһынса үтәлә.
Бер һүҙ менән, ҡурҡыныс бер ни юҡ буғай, үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта килегеҙ ҙә, тауыш бирегеҙ.
Читайте нас: