Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 12:35

Ауырыу хәлен туташ белер

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө байрамы һөнәри яҡтан бер ҡарашлы кешеләрҙе генә түгел, ғөмүмән кеше ҡайғыһын үҙенекеләй ҡабул итеп, ауырыуҙарының борсолоуҙарын аңлап, сәләмәтлектәре, ғүмерҙәре ҡурҡыныс аҫтында булғандарға ярҙам күрһәтеүсе, ғәҙел, намыҫ менән хеҙмәт итеүселәрҙе берләштерә.Үҙәк ҡала дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлегендә өлкән шәф­ҡәт туташы бурысын атҡарған Юлиә Камалитдинова үрҙә телгә алған сифаттарҙың барыһында үҙендә туплаған. Уны хеҙмәттәш­тәре лә, пациенттары ла ярата, хөрмәт итә. Кеше күңеленә юл таба белә ул: үҙ эшен яҡшы белә, йөрәк йылыһын йәлләмәй, һис кемде ярҙамһыҙ ҡалдырмай.

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө байрамы һөнәри яҡтан бер ҡарашлы кешеләрҙе генә түгел, ғөмүмән кеше ҡайғыһын үҙенекеләй ҡабул итеп, ауырыуҙарының борсолоуҙарын аңлап, сәләмәтлектәре, ғүмерҙәре ҡурҡыныс аҫтында булғандарға ярҙам күрһәтеүсе, ғәҙел, намыҫ менән хеҙмәт итеүселәрҙе берләштерә.
Үҙәк ҡала дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлегендә өлкән шәф­ҡәт туташы бурысын атҡарған Юлиә Камалитдинова үрҙә телгә алған сифаттарҙың барыһында үҙендә туплаған. Уны хеҙмәттәш­тәре лә, пациенттары ла ярата, хөрмәт итә. Кеше күңеленә юл таба белә ул: үҙ эшен яҡшы белә, йөрәк йылыһын йәлләмәй, һис кемде ярҙамһыҙ ҡалдырмай.
Юлиә Фрунзе ҡыҙы - Мансур ауылынан. Бәләкәйҙән табип булырға хыяллана.
- Бала саҡта шәфҡәт туташы булып уйнарға ярата инем, ҡурсаҡтарымды дауалауҙан бушаманым. Яҡындарыма ла минән тынғы булманы, уларға “диагноз” ҡуйып, бер туҡтауһыҙ һауыҡтырып тәҡәттәрен ҡороттом. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар һуялар икән, мотлаҡ эргәләрендә мин буталып йөрөйөм. Ошо тәжрибәм училищела беренсе тапҡыр мәйетханаға алып барғанда ла ярҙам итте. Үлгән кешене күреп һуштан яҙманым.
Белорет медицина училищеһын тамамлағандан алып ошо дауаханала хеҙмәт итәм. Реанимацияла эшләүемә лә 14 йыл булып китте, - ти шәфҡәт туташы. Әлбиттә, ситтән ҡарағанда тиҫтәнән ашыу йыл ғүмерҙе дауаханала үткәреү ғәҙәти кеүек, ә реанимация бүлегендә хеҙмәт итеүгә килгәндә...
- Эшләгән дәүеремдә төрлө хәлдәрҙе күрергә тура килде. Юл фажиғәләрендә яраланғандарҙы ла килтерәләр. Араларында — йәш кенә егет-ҡыҙҙар. Шул егет-ҡыҙҙарҙың ҡулда йән биргән осраҡтары ла була ине, уларҙы йәлләп күҙ йәше лә аҙ түгелмәне. Ауыр хәлдәге балаларҙы ла күрергә тура килде, сабыйҙарҙы үлемдән алып ҡалыу өсөн үҙеңдең ғүмереңде бирергә лә әҙерһең. Уларҙың үлемен күреү бигерәк ҡыйын хәл, күңелдәге ауыр хистәрҙе нисек баҫырға белмәй үрһәләнгән саҡтар ҙа күп булды. Ә инде теге донъяға киттем, тигәндә генә, үле кәүҙәләренә йән өрөп терелтеп ебәреүҙәре аңлатып бирә алмаҫлыҡ ҡыуаныс. Пациент клиник үлемгә киткәндә һинең 3-5 минутың бар, ошо ваҡыт эсендә тейешле ярҙам күрһәтеп өлгөрөргә кәрәк. Терелеп сыҡҡан ауырыуҙарҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү эшеңә дәрт өҫтәй.
Юлиә ханым коллегаларын да йылы һүҙҙәр менән телгә ала. Бүлек мөдире Айнур Фәсхетдинов, табип Айрат Фәтҡуллин, Рәил Мараҡанов, шәфҡәт туташтары Айгөл Ғайсина, Айгөл Вилданова, Ләлә Бапанина үҙ эштәренең оҫталары ти, һәм барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерә.
- Иңгә-иң терәшеп эшләйбеҙ, һөнәрен яратҡан, Гиппократ антына тоғро ҡалған кешеләр хеҙмәт итә беҙҙең бүлектә, - ти.
Юлиә Фрунзе ҡыҙы дауаханала кешелектең ғүмере өсөн көрәшеүгә тос өлөш индерһә, тормошта милләтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртып йәшәй. Ире Сәйет Сәғит улы менән менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Камиллаға – 12, улдары Русланға - 10 йәш.
Кеше күңелен, кәйефен нескә тойған, ҡатмарлыҡтарҙан ҡурҡмаған кѳслѳ рухлы, фиҙаҡәр, миһырбанлы медицина хеҙмәткәрҙәре барҙа бер ауырыу ҙа ҡурҡыныс түгел.
Читайте нас: