Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 16:35

Бер туғандар бер мәктәптә...

Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары ата-әсәләргә кесе туғандарын өлкәндәре менән бергә балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә йөрөтөргә рөхсәт итте.

Башҡортостанда Ғаилә кодексының үҙгәреүе закон нигеҙендә нығытылды. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары ата-әсәләргә кесе туғандарын өлкәндәре менән бергә балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә йөрөтөргә рөхсәт итте.
«Хәҙерге заманда кешеләр йыш күсенә, ә мәктәптәр башлыса балаларҙы теркәлгән адресына ҡарап ҡабул итә. Шул сәбәпле проблема килеп тыуа. Ғаилә күсенгән һәм бәләкәй баланы өлкәне уҡыған мәктәпкә ҡабул итеүҙән баш тартҡан осраҡтар байтаҡ. Балалар баҡсаһы менән дә шундай уҡ хәл, кескәйҙәр менән тағы ла ҡатмарлыраҡ. Апай-һеңлеләр бер-береһенән айырым уҡый, ә ата-әсә иртән балаларын төрлө мәктәпкә алып барыу өсөн бөтә ҡаланы урап сығырға мәжбүр. Был ғаилә һәм демография институтын нығытыуҙа ыңғай сағылыш тапмай», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Закон рәсми көсөнә инмәгән әле. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйғандан һуң 10 көн үткәс, документ рәсми статусҡа эйә була. Ярҙам сараһы балалар бер ғаиләлә бер үк адрес буйынса йәшәгән осраҡҡа ҡағыла. Норманың шәхси мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына ҡағылышы юҡ.
Шуны билдәләп үтәйек: Санкт-Петербургта, Тверь өлкәһендә һәм илдең башҡа субъекттарында ошондай закондар ғәмәлгә ашырыла.
https://www.bashinform.ru/news/1466201-v-bashkirii-zakonodatelno-razreshili-prinimat-mladshikh-detey-v-shkoly-i-detsady-k-starshim/
Читайте нас в