Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 13:15

Өлкән Мазов иҫән булыуы ихтимал...

Ул бауҙы юҡҡа һатып алмаған. Өрөп тултырылмалы матрасҡа ултырып йылға уртаһына барып еткән һәм балаларына берәй ауыр нәмә ҡуша бәйләп ташлаған.Ә бына Артемдың үҙенә килгәндә, ул тере тигән версия бар

Билдәле булыуынса, Мазовтар ғаиләһе юғалғас, уларҙы полиция ғына түгел, шәхси детективтар ҙа эҙләне. Нурсил Ждановты Артемдың атаһы Аркадий Мазов яллағайны. Сыщик эҙләү эшенә ғинуар айында ғына тотонған, ә ғаилә октябрь аҙағында ғәйеп булғайны. Ул да күп кенә ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле факттар асыҡлаған. Шул уҡ ваҡытта детектив “Уфа1” баҫмаһы журналистарына әле Артемдың ҡайҙалығы тураһында фекерҙәре менән дә уртаҡлашҡан.
Шәхси детектив фекеренсә, балаларҙың үлемендә Артем Мазовтың ғәйепле булыуы ихтимал.
– Ул тик торғандан бау һатып алмағандыр шул. Өрөп тултырылмалы матрасҡа ултырып йылға уртаһына барып еткәндәр һәм балаларына берәй ауыр нәмә ҡуша бәйләп ташлағандыр. Шаһиттар белдереүенсә, ул көндө йылға буйына китеп барған Мазовтың арҡаһында рюкзак булған. Унда таш йәки гер ятҡандыр. Бау серегәс, улар килеп сыҡты, – ти Жданов.
Ә бына Артемдың үҙенә килгәндә, детектив уны тере тип иҫәпләй.
– Был бит ғаиләләге талаштан һуң булған, ҡатыны айырылышам тигәс, ир асыуланған. Моғайын ул, айырылғың килгәс, мин һиңә балаларҙы бирмәйем тип уйлағандыр. Мин һеҙҙең барығыҙҙан да үс аласаҡмын, ҡайғыға батырам тип уйлағандыр. Шундай эгоизм төрө был. Үҙе лә балалар артынан теге донъяға китәм тип уйлағандыр. Әммә тик торғандан күрәләтә үҙеңде батырыуы бик ауыр. Әгәр ул да батһа, кәүҙәһе ауырыраҡ булғас, балаларға ҡарағанда тәүҙәрәк килеп сығырға тейеш ине. Шуға мин уны батҡандыр тип уйламайым. Икенсе яҡтан, бәлки ул урманға киткәндер. Унда үҙенә ҡул һалһа, бөтөнләй табылмауы ихтимал. Ҡырағай хайуандар үҙ эшен эшләүе бар бит, – ти Нурсил Жданов.
Нисек кенә булмаһын, детектив Артемды иҫәндер тип уйлай.
– Уның көтмәгәндә өйөнә ҡайтып килеүе ихтимал. Бәлки йыраҡтан ғына барып балаларын ерләгән саҡты күҙәтеүе бар. Ул бит барыбер малайҙарын яратҡан, үҙенең сирле мөхәббәте менән булһа ла, яратҡан. Ғөмүмән, Рәсәй бик ҙур ил. Унда документтарһыҙ йәшәгән кешеләр байтаҡ. Һаҡал-мыйыҡ үҫтереп, үҙен танытмай ғына йәшәп ятһа, һис тә аптырамаҫ инем, – ти ул.
Детектив эштең нескәлектәре тураһында ла һөйләгән. Ул барыһы ла башланған урынға барған, шаһиттар менән һөйләшкән. Жданов “Речные зори” шифаханаһы директоры менән дә аралашҡан. Тап шул ерҙә ғаиләнең автомобиле табылғайны.
– Директорыҙың һөйләүе буйынса, ул шәмбе көнөндә (26 октябрҙә) шифахана янында күп кеше йөрөгән. Ниндәйҙер байрам булған һәм 150 самаһы кеше йыйылған. Артемды ике улы менән күргән шаһиттар бар. Улар ғаиләне фотолары аша таныған. Өлкән улын Мазов етәкләгән, бәләкәйе һикерә-һикерә арттарынан барған. Улар бәләкәй һуҡмаҡ буйлап Ҡариҙелгә ҡарай китеп барған. Башҡа уларҙы бер кем дә күрмәгән...
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: