Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 11:35

Шағир күңелле табип

Рита Баранова һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Үҙәк ҡала дауаханаһы тормошонда ҡайнап йәшәгән хеҙмәткәр ул. Хеҙмәт юлын 45 йыл элек фельдшер булып башлай. Бөгөнгө көндә дауахананың медицина эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге һәм сифатын контролдә тотоу буйынса баш белгес вазифаһын башҡара.

Рита Баранова һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Үҙәк ҡала дауаханаһы тормошонда ҡайнап йәшәгән хеҙмәткәр ул. Хеҙмәт юлын 45 йыл элек фельдшер булып башлай. Бөгөнгө көндә дауахананың медицина эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге һәм сифатын контролдә тотоу буйынса баш белгес вазифаһын башҡара. Учреждение етәкселегенең уң ҡулы тиһәң дә була. Медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы һорауҙарҙы хәл итеү, медицина ойошмаһының яңы моделен булдырыу проектын тормошҡа ашырыу һәм башҡа бихисап эштәрҙе ышанып тапшырғандар уға. Рита Григорьевна һөнәре буйынса медик булһа, эске торошо менән шағир. Шиғырҙар ижад итергә ярата, күңеленән урылған уй-хистәрен хәрефтәргә теҙә. Һөнәри байрамдары уңайынан Рита Баранова РФ министрлығының Почет грамотаһы менән бүлоәкләнде.
Читайте нас: