Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2020, 20:10

Һаҡмар эйәһе

Бер йәш егет Ҡыҙылъяр буйына барып туҡтай. Машинаһының ишеген асыҡ ҡалдырып, йылғаға төшә, тәбиғәткә һоҡлана. Уйланып киткәндер инде, күрәһең, эңер төшкәнен һиҙмәй ҙа ҡала.

Бер йәш егет Ҡыҙылъяр буйына барып туҡтай. Машинаһының ишеген асыҡ ҡалдырып, йылғаға төшә, тәбиғәткә һоҡлана. Уйланып киткәндер инде, күрәһең, эңер төшкәнен һиҙмәй ҙа ҡала. Ҡараңғы ваҡытта ҡайтырға сыға. Йоҡларға ятҡас та, уны кемдер быуғанға уянып китә. Төнө буйы шулай һаташып ыҙалай. Көнө буйы юлда йөрөгәс, барыһын да арыуына һылтай. Тик икенсе, өсөнсө төн дә шулай үтә. Бер аҙна эсендә йонсоған, ябығып өлгөргән егет аптырағас муллаға китә. Уныһы ауырып китер алдынан ниҙәр эшләгәнен һорашып ултыра ла: “Йылғаның эйәһен алып ҡайтҡанһың бит”, – ти.
Дин әһеле унан ҡотолоу юлын да өйрәтә. Эңер төшкәс егет машинаһының ишеген аса ла: “Әйҙә, ултыр, кире киттек өйөңә”, – тип әйтә. Әлбиттә, быларҙың барыһына ышанып та етмәй, әммә йоҡоһоҙ төндәрҙән һуң ул барыһына ла әҙер була. Артабан ишекте ипләп кенә яба ла, Ҡыҙылъяр буйына китә. Машинаһын асып: “Төш, килеп еттек”, – ти. Егет ҡурҡа-ҡурҡа йоҡларға ята. Һәм ысынлап та башҡа һаташмай, тынысланып ҡала. Егет мулланың һүҙен тотоп башҡа бер ҡасан да эңер төшкәс йылға-күл буйҙарында йөрөмәй. Был мәлдә ауырыу ҡаҡығыуы, төрлө ен-пәрейҙәрҙең көсәйгән сағы була шул. Һаҡмар гәзитенән.
Автор: Венера Ғәбитова
Читайте нас в