Беренсе июлде көтөү шарт түгел, алдан, йә участкаға үҙең барып, йә комиссия ағзаларын өйөңә саҡыртып, Конституцияға төҙәтмәләр индереүҙе хуплау-хупламау тураһында тауыш бирергә мөмкин.
Гөлнур менән Әлфиә кеүек мөләйем һәм алсаҡ ҡыҙҙар килгәс, ололарҙың да кәйефе күтәрелеп ҡала.Матур итеп йылмайып хәл-әхүәл дә һораштылар, коронавирустан һаҡланыу талаптарын теүәл күҙәтеп тауыш та бирҙерттеләр. Хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Әғләм Ағзам улы һәм Ләлә Имаметдин ҡыҙы Янбаевтар уларҙан бик тә ҡәнәғәт ҡалдылар.
Тик шуныһы бар инде – урна күтәреп ҡыҙҙар йәйәү йөрөйҙәр, нилектәндер хеҙмәт автомобиле табылмаған. Ә бит Иманғол ауылы, яңы биҫтәләр менән ҡарағанда, үтә ҙур.