Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2020, 12:35

Ҡырағай йәнлектәрҙән һаҡ булығыҙ

Урал ауылында айыу

Урал ауылын урман төпөкөлөндә тип тә әйтерлек түгел бит әле, Учалы ҡалаһы менән Межозерный араһында, йәнле асфальт трасса буйында.
Шуға ҡарамаҫтан, ошо көндәрҙә кискә табаныраҡ, әммә яп-яҡты ваҡытта ултыраҡҡа айыу килеп китә. Ауыл ҡырында бәйләп үлән утлаған йылҡы малына йүнәлә, ярай ҙа кешеләр күреп, айт-һайтларға тотонғас, кире борола.
Төбәгебеҙҙә төлөкөләр ҙә күбәйҙе, тип ишетелә. Яҡын барырға һис тә ярамай, ҡоторған икән – тайыш табандан хәүефлерәк булып сығыуы ла бар.
Читайте нас: