Ошо көндәрҙә Өфөнөң Азатлыҡ урамындағы фатирҙа 34 йәшлек ҡатындың мәйете табылған. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең әйтеүенсә, ул енәйәтсе ҡулынан һәләк булған. Ҡатын менән законлы никахта булмаған, әммә бергә йәшәгән 23 йәшлек ирҙе эҙләү иғлан ителгән. Ул өс айлыҡ сабыйҙы алып ҡайҙалыр ҡасҡан, тип хәбәр итә ProUfu порталы. Енәйәтсенең эҙенә тиҙ төшәләр, кеше үлтереүҙә ғәйепләнеүсене Учалы районында ҡулға алалар. Йырағыраҡ китеп эҙ яҙлыҡтырырға уйлаған күрәһең. Сабый тураһында бер ни ҙә әйтелмәй, әлегә уның яҙмышы билдәһеҙ. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.