27 июнь көнө Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә “Арт-КВАДРАТ” мәҙәни үҙәгендә бер төркөм сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Исемлектә яҡташыбыҙҙың булыуы беҙҙең өсөн айырыуса һөйөнөслө. Уральск ҡасабаһының “Ирәмәл” ижад үҙәгенең “Ирәмәл” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле концертмейстеры Илгиз Йомағужин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды”.
Илгиз Хәҙис улы беҙгә талантлы композитор булараҡ та таныш. Ул ижад иткән көйҙәргә яҙылған йырҙарҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Иң мөһиме – Илгиз Йомағужиндың йырҙарын халыҡ ярата, үҙ итә. Яҡташыбыҙ күп ҡырлы талант эйәһе ул. “Байрамғол егеттәре” төркөмөн етәкләүе, Учалы филармонияһы эшмәкәрлегендә мөһим роль уйнауы һәм әленән-әле композитор булараҡ, республика, төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашыуы уның мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә лайыҡлы урын биләүе хаҡында һөйләй.
Илгиз Йомағужинды дәүләт наградаһы алыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!