Яйыҡ
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 10:30

Йәштәр, һеҙҙең өсөн!

“Көнсығыш” Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф Алыҫ Көнсығыш форумының гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.

“Көнсығыш” Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф Алыҫ Көнсығыш форумының гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.
Был форум быйыл 22 – 29 августа Владивосток ҡалаһында үтергә тейеш. Ғаризаларҙы 16 авгусҡа тиклем тапшырырға кәрәк. Cарала ҡатнашыусыларҙың – 18-ҙән 30 йәшкә тиклемгеләрҙең – “Студент башланғыстары”, “Ирекмәнлек”, “Социаль лифттарҙы үҫтереү”, “Ижади йәштәрҙең башланғыстары”, “Спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше, туризм”, “Йәштәр мөхитендә кире күренештәрҙе иҫкәртеү һәм халыҡ-ара үҙ-ара эш итеү”, “Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу”, “Йәштәр медиаһы” номинациялары буйынса социаль йәһәттән мөһим проекттарға ярҙам итеү өсөн 1,5 миллион һумға эйә булыу мөмкинлеге бар.
Форум ваҡытында теләге булған һәр тыңлаусыға белем алыу саралары ойоштороласаҡ. Уларҙа алынған мәғлүмәтте киләһе конкурстар өсөн проекттар әҙерләүҙә файҙаланырға мөмкин. Конкурста ҡатнашыу мәсьәләләре менән [email protected] электрон почтаһына яҙырға йәки +7 495 668-80-08 (өҫтәмә 2701, 2702, 2703, 2704, 2705, 2706, 1707) телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: автономиялы коммерцияға ҡарамаған “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһы “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был платформа 2017 йылдың октябрендә ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән Сочиҙа уҙғарылған Йәштәр һәм студенттарҙың бөтә донъя фестивалендә барлыҡҡа килгәйне.
"Башҡортостан" (А. Низамова).
Фото - smi2.ru
Читайте нас в