Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса алдан тауыш бирергә мөмкин. Учалылар был форсатты киң ҡуллана. Территориаль комиссия рәйесе Әлфиә Ғарифуллинаның мәғлүмәттәре буйынса тәүге дүрт көндә (25-28 июнь) 29 320 кеше плебисцитта ҡатнашҡан, дөйөм һайлаусылар һанына ҡарата 51,88 процент. Иң актив граждандарҙың 26 849-ы участкаға барып тауыш бирһә, 2 471 кешегә комиссия ағзалары үҙҙәре килгән – оло кешеләргә өйҙәренән генә эш итеү ҡулайлыраҡ.