Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 17:15

Табип ҡатын шундуҡ һәләк булған...

“Лексус” автомобиле бағанаға килеп бәрелә. Машина эсендә ултырған өс ҡатындың береһе – автомобиль хужаһы урында йән бирә,

Өфөлә фажиғә теркәлде. Октябрь проспектында “Лексус” автомобиле бағанаға килеп бәрелә. Машина эсендә ултырған өс ҡатындың береһе – автомобиль хужаһы урында йән бирә, ҡалғандары төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала. Күптәр уны иҫерек булған тип фаразланы. Был ысынлап шулаймы?
Әле иһә уларҙың кемлеге асыҡланды. Һәләк булған водитель, 39 йәшлек Өфө ҡатыны, табип-гинеколог булып сыҡҡан. Ул баш ҡала дауаханаларының береһендә эшләгән, шулай уҡ шәхси клиникала ҡабул итеү алып барған. Хеҙмәттәштәре уны тик яҡшы яҡтан телгә ала, уны ысын профессионал булған тиҙәр. Шуныһы йәл, уның икенсе класта уҡыған ҡыҙы ҡалған, ҡатын уны яңғыҙы тәрбиәләгән. Хәҙер бала өләсәһе менән олатаһы ҡарамағына күсәсәк.
"Ул минең хеҙмәттәшемдең ҡыҙы ине, уҡыусым. Үҙен күптәр белә, уға килә, яраталар ине. Ул ысын табип булды, Өфөлә, Бөрө һәм Борайҙа пациенттар ҡабул итергә йөрөй торғайны. Ул тик "бишле"гә уҡыны, алтын миҙалға тамамланы, яҡшы һәм изге күңелле кеше. Һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер ине. Үлгән төндә машинала ул Борайҙан килгән хеҙмәттәштәре менән бергә булған. Улар тиҙерәк шәбәйһен ине", – тип әйткән ғаилә дуҫы.
Аварияның сәбәбе ошоға тиклем билдәле түгел. Күптәр, иҫерек булғандыр, тип фараз сығарҙы. Тик уны белгәндәр һәм туғандары быға ҡәтғи ҡаршы. Ул эскән килеш бер ҡасан да рулгә ултырмаған. Авария юғары тиҙлек һәм ямғырҙан һуң булған тайғаҡ юл сәбәпле килеп сыҡҡан, тип фаразлайҙар.
Ғөмүмән, экспертиза һөҙөмтәһен көтөргә кәрәк. Ул яҡынса ун көн эсендә әҙер буласаҡ.
Ҡатынды бөгөн ерләгәндәр. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юлдарҙа һаҡ йөрөйөк.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: