Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 14:55

"Атайымдың бер һайлауҙан да ҡалғаны булманы..."

Үҙемде белә-белгәндән атайымдың һайлауҙарға бармай ҡалғанын хәтерләмәйем. Бик етди, принципиаль, атаҡлы коммунист ине ул. Илдәге һәр үҙгәреште, ваҡиғаны йөрәгенә яҡын ҡабул итте. Һайлауҙарға йөрөүҙе изге бурысы һананы.

- Үҙемде белә-белгәндән атайымдың һайлауҙарға бармай ҡалғанын хәтерләмәйем. Бик етди, принципиаль, атаҡлы коммунист ине ул. Шуға ла илдәге һәр үҙгәреште, ваҡиғаны йөрәгенә яҡын ҡабул итте. Өйҙәгеләр, коллегалары менән сәйәси темаларға ҡыҙыу һөйләшеүҙәр алып барғаны хәтерҙә ҡалған. Үҙе лә оҙаҡ йылдар һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләне. Ғөмүмән, минең өсөн дә һәр һайлау оло бер ваҡиға, байрам, тип әйтһәң дә була. Тәүге тапҡыр студент саҡта, Өфөлә уҡығанымда тауыш бирҙем. Ул көн бөгөнгөләй хәтеремдә, - ти Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан орденының тулы кавалеры Әхнәф Хөснөтдиновтың ҡыҙы Резеда Әхнәф ҡыҙы Кудрявцева.
Читайте нас: