Халыҡ мөһим бурысҡа яуаплы ҡарай, әлеге мәлдә ауыл ерендә уттай ҡыҙыу эш мәле булыуға ҡарамаҫтан, һәр береһе участкаға барырға тауышын бирергә тырыша. Күптәр алдан һайлап өлгөргән икән. Пандемия шарттарында, иң мөһиме, санитар талаптар үтәлә, һәр тауыш биреүсегә бирсәткә, битлек һәм бер тапҡыр файҙаланыла торған ручка бирелә. Илсеғол ауыл биләмәһе һайлау участкаһында ла сара ойошҡан рәүештә үтә. Закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән, йәмәғәт күҙәтеүселәре яғынан да иҫкәрмәләр юҡ.