-Халыҡ кампанияға етди ҡарай, һәр ҡайһыһы үҙенең фекерен белдерергә тырыша. Участкаларыбыҙ 25 июндән эшләй башланы, тәүге көнө һайлаусыларыбыҙ ҙа күп булды. Беренсегә тауыш бирергә килгән йәштәребеҙҙе тәбрикләнек. Оло йәштәгеләрҙе, сәләмәтлектәре арҡаһында килә алмағандарҙы өйҙәренә барып һайлаттырҙыҡ, - ти һайлау участкаһы рәйесе Фәйрүзә Ханнанова.