Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 14:20

Тауыш биреү әүҙем бара

Учалы районында 64 тауыш биреү участкаһы эшләй. Уларҙың барыһы ла иртәнге 8.00 сәғәттә асылды.

1 июль - Рәсәй Конституцияһына төҙөтмәләр индереү буйынса төп тауыш биреү көнө. Учалы районында 64 тауыш биреү участкаһы эшләй. Уларҙың барыһы ла иртәнге 8.00 сәғәттә асылды. Шулай уҡ Үҙәк ҡала дауаханаһында пациенттар өсөн дә тауыш биреү мөмкинлеге ойошторолдо, күсмә һайлау участкаһыэшләй. Киске 20.00 сәғәткә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Участкаларҙа тауыш биреү әүҙем бара. Учалыла һәммәһе 56457 тауыш биреүсе иҫәпләнә, шуларҙың 71 проценты алдағы көндәрҙә Конституцияға төҙөтмәләр индереү буйынса үҙ фекерен белдереп тә өлгөргән. Һайлау буйынса мәғлүмәтте Учалы территориаль һайлау комиссияһына, 6-02-92 телефондары буйынса шылтыратып алырға була
Фото: Учалы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: