Белоретта йәшәгән 61 йәшлек ир үҙ ҡулдары менән аҡсаһын алдаҡсылар иҫәбенә күсергән. Был хаҡта Эске эштәр министрлығы Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Үҙен банк хеҙмәткәре итеп танытҡан ҡатын ирҙе уның банк иҫәбе буйынса шикле операциялар үткәрелеүе тураһында иҫкәртә. Аҡсаны һаҡлау өсөн уны резерв иҫәбенә күсереү кәрәклеген белдерә.
Уны-быны аңғармаған ир иҫәптәге 284 мең һум аҡсаһын ҡатын әйткән иҫәпкә күсерә. Бөтә операцияларҙы эшләп ҡайтҡас, ул үҙенә шылтыратҡан телефондарҙы интернетта тикшереп ҡарай. Алданғанын аңлай ҙа бит, тик эш үткән була. Бындай телефон һандары бер банктыҡы ла булмай сыға.
Был мутлыҡ осрағы буйынса енәйәт эше асылған. Алдаҡсыларҙы эҙләү дауам итә.
Фото: Эске эштәр министрлығының Баш идаралығы.