Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 14:35

Башҡортостан синоптиктары өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 2 июлдә төндә әллә ни яуым-төшөм фаразланмай, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Е

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 2 июлдә төндә әллә ни яуым-төшөм фаразланмай, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ талғын.
Һауа температураһы төндә +5, +10, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа һауала һәм төпраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе фаразлана: 0-дән -2-гә тиклем, көндөҙ һауа температураһы +20, +25 градус була.
3 июлдә урыны менән бер аҙ ямғыр көтөлә. Ел талғын, көндөҙ киҫкен/
Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +23, +28 градус булыуы көтөлә.
4 июлдә урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел үҙгәреүсән талғын, йәшен ваҡытында киҫкен. Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ +24, +29 градус.
https://www.bashinform.ru/news/1468380-sinoptiki-bashkirii-soobshchili-prognoz-pogody-na-tri-dnya/
Читайте нас: