Май-июнь айҙарында яуым-төшөм 34 миллиметр тәшкил иткән, норманың ни бары 28,3 проценты, тип белдерҙе беҙгә район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе Айҙар Заһиров.
Айҙар Нәжәт улының әйтеүенсә, хужалыҡтарҙырҙа беренсе тапҡырға үлән сабыу һис шатландырмай (яумаһа, икенсе тапҡырға сабырға тура ла килмәйәсәк инде). Үлән ныҡ шыйыҡ, ултырған урынында кибеп клтыра. Бөгөнгө көнгә 2 070 тонна бесән өйөлгән, 5 009 тонна сенаж һалынған. Ҡоролоҡ етмәгән тиерһең, йәйге селлә мәлендә лә һыуыҡ бит әле – кукурузды ҡырауҙар ныҡ зыянламаһын инде, тип борсола белгестәр – йылы яҡ культураһы бит. -Нисек кенә булмаһын, мөмкин тиклем күберәк бесән-сенаж әҙерләргә тырышабыҙ. Мал аҙығы әҙерләү техникаһы етерлек, -ти Айҙар Нәжәт улы, - Ямғырҙар яуһа, бер йыллыҡ үләндәр, бәлки, күтәрелеп китер – әлегә ни, уларҙы сабыуҙың да мәғәнәһе юҡ. Бер һүҙ менән хәлдәр етди, әммә артыҡ ҡурҡырға әлегә кәркмәҫтер. Былтыр ҙа ҡоро торҙо бит, был дәүергә мал аҙығы аҙ әҙерләнгәйне, ә мал ҡышлатыуҙы иҫән-аман үткәрә алдыҡ.
Был хаҡта тулыраҡ күләмдә гәзиттә материал бирәбеҙ.
Бар халыҡ бәрәңгеһе өсөн дә борсола. Йүнләп күтәрелеп тә өлгөрмәгән бахыр картуф сәскә атып маташҡан була. Ә бит тап сәскә атҡан мәлдә бәрәңге дымға айырыуса мохтаж, тип раҫлай белгесәтр: тап ошо дәүерҙә бүлбеләр барлыҡҡа килә башлай. Беләһегеҙме – 1 килограмм картуф алыу өсөн сама менән 85-100 литр һыу талап ителә икән. Биҙрә менән ташып һибеп кенә килештерерлек түгел. Яҡын арала ямғырҙар яумаһа, көҙөн ҡутарылып уңған уңышҡа шатланып булмаҫ буғай.
Бәрәңге торошо тураһында ауыл кешеләренән һорау алдыҡ. Оптимизм бер ҙә тойолмай шул яуаптарҙа. Һирәк кеше бейек итеп күмгән икән быйыл.
-Ололар әйтә - ҡоро, йә саманан тыш ямғырлы йыл килгәндә картуфты күмеү килешмәй. Шуға ла рәт араларын еңелсә генә тәпкеләп сығыу менән сикләндек, - тине бер йәш ханым, - Ҡоролоҡ икән, ниңә сүп үләндәре шулай шашып үҫә икән һуң, утап ҡаңғырып бөттөк инде!? Эйе, көҙҙән тиреҫ күпләп түккәс шулай була, тип аңлатыуын-аңлаттылар, тик күршеләр ҙә туҡтауһыҙ бил бөгәләр, ә улар тиреҫ тә индермәнеләр. Шулай инде, ҡашшаҡҡланып, көсләшеп тигәндәй йәшелсәлек менән булабыҙ Учалы районында– йәй уртаһында бәрәңге япраҡтары һыуыҡтан ҡарайыуы ни хәл инде ул!? Ҡырау, сүп үләндәренән ҡотолоп бөтөүгә япраҡтарҙа ҡәһәр һуҡҡыры колорадо ҡуңыҙы йомортҡаларын абайлап күңел бошондо. Эйе, уйлай башлаһаң, ҡиммәткә, ауырға төшә үҙ бәрәңгеңде ашау, ләкин магазиндыҡын бер ҙә һатып алғы килмәй. Ундағыны ниндәй генә химикаттар менән үҫтереүҙәре билдәһеҙ, ә үҙең үҫтергән саф та, татлы ла ! Картуфты дәүләткә тапшырып, баҙарға сығарып байып булмаҫтыр инде, әммә үҙебеҙгә кәрәклеһен артабан да үҫтерәсәкбеҙ әле!
Ярар, көн бөтмәһә, ризыҡ та бөтмәй ул!