Филүс Ракимов ике айҙан ашыу дауаханала ята. Уны реанимацияға килтергәндә ир утта ныҡ янған була һәм табиптар ҙа уның шәбәйеп китеүенә шик белдерә. Сөнки кеше тәне 50 процент бешкәндә бик һирәктәр генә иҫән ҡала.
Филүс ике ҡатлы шәхси йортта янғын һүндергәндә ҡазалана. Ҡыйыҡты һүндергәндә аяҡ аҫтында түбәнең яны башлауын һиҙмәй ҡала ул.
--Ниндәйҙер бер мәл иҙән емерелеп аҫҡа осто, минең аяҡтар аҫта, үҙем терһәктәр менән саҡ эләгеп тора инем. Икенсе ҡаттан ҡолап төшөп, аяғымды һындырҙым. Шулай ҙа тәҙрәлә яҡтылыҡ күреп ҡалып, бер аяҡта шунда ынтылдым,--тип иҫләй ул. Филүсте иптәштәре тәҙрәнән сығарып ала.
Табиптар ике аҙна уның ғүмере өсөн көрәшә. Хәҙер уны дауахана палатаһында игеҙәге Илдус тәрбиәләй. Әйткәндәй, игеҙәктәрҙең икеһе лә янғын һүндереүсе.
Филүсте өйҙә ҡатыны һәм ҡыҙы, әсәһе көтә.
https://vk.com/bashkortostanim