Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 15:20

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһының башланыуы тураһында иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһының башланыуы тураһында иғлан итте.
Йолаға әүерелгән изгелек акцияһы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү
Мәктәп кәрәк-яраҡтары «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә ойошторола. Үҙәктәрҙең адресын һылтанма буйынса табырға мөмкин.
Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта.
Ярҙам Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә йүнәлтелә. Йомғаҡ сентябрь башында яһала.
Министрлыҡта белдереүҙәренсә, былтыр акция барышында аҙ тәьмин ителгән, ишле, тулы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙәге балаларға яҡынса 10 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
https://www.bashinform.ru/news/1468460-v-bashkirii-startovala-aktsiya-pomogi-sobratsya-v-shkolu/
Читайте нас в