Башҡортостанда ағымдағы ярты йыллыҡ хаҡтары буйынса 2021 йылдың ярты йыллығына ваҡытынан алда яҙылыу кампанияһы башланды. Гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу 31 авгусҡаса дауам итә, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығынан.
Акцияла 1 100-ҙән артыҡ төрлө баҫма ҡатнаша. Араларында 300-ҙән ашыу федераль әһәмиәттәге гәзит-журнал, шулай уҡ республика баҫма киң мәғлүмәт саралары бар. Улар – ижтимағи-сәйәси, бизнес-гәзиттәр, ялтырауыҡлы журналдар, күңел асыу, һөнәри, тармаҡ һәм башҡа баҫмалар.
Матбуғатҡа podpiska.pochta.ru сайтында, Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында, шулай уҡ республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә йәки өйҙә почтальон ярҙамында яҙылырға мөмкин.
Бынан тыш, мәктәп-интернатта, балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларға, ветерандарға, инвалидтарға, өлкән йәштәге күршеләргә йәки мохтаждарға яҙҙырырға була.
https://www.bashinform.ru/news/1468423-v-bashkirii-nachalas-dosrochnaya-podpisnaya-kampaniya-/