Ҡатын-ҡыҙ, ирҙәр менән сағыштырғанда, белемгә ынтылып бармай.
Гүзәл заттың гардеробында, дөйөм алғанда, 11 пар аяҡ кейеме була. Ә ир-атта был һан өс мәртәбә аҙыраҡ.
Ҡатын-ҡыҙ журналдарҙағы рекламаға күберәк иғтибар итһә, ир кеше гәзиттә баҫылғанын өҫтөн күрә.
Сибәркәйҙәр ҡайһы театрға барыуҙы, ниндәй кинофильм ҡарауҙы, аҙыҡ-түлек һатып ала торған магазинды һайлай. Ир-атҡа машина, йорт электроникаһының маркаһын һайлау хоҡуғы бирелгән.
Ирҙәр хәл-ваҡиғаға дөйөм баһа ҡуя, ҡатын-ҡыҙ, киреһенсә, иғтибарын ваҡ-төйәккә бүлә.
Киҫкен хәл тыуғанда, ҡатын-ҡыҙ башын юғалта, аныҡ ҡына ҡарарға килә алмай, был осраҡта иһә көслө заттың күҙәтеүсәнлеге, һиҙгерлеге арта.
Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөндә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә егермегә яҡын ым сағыла. Ир-егеттәрҙә был һан икенән артмай – битарафлыҡ һәм ерәнеү.
Гүзәл зат ир-атҡа ҡарағанда ике тапҡыр аҙыраҡ сирләй. Шул уҡ ваҡытта улар, көслө зат менән сағыштырғанда, күберәк зарлана.
Ирҙәрҙә логика, дөйөмләштереү, абстракцияға ынтылыу, техник йүнәлеш, романтизм, уңыш ҡаҙаныуҙа мотивация, лидерлыҡҡа, новаторлыҡҡа, ҡатын-ҡыҙҙың беренсе ир-егете булыуға ынтылыу кеүек сифаттар ныҡ үҫешкән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа анализ, интуиция, конкретлыҡ, гуманитар йүнәлеш, ҡулдар һиҙгерлеге, буйһона белеү, берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ зат булыу теләге көслө.
Ҡатын-ҡыҙ бер юлы ике-өс эште башҡара ала – телефонан ҡыҙыҡлы әңгәмә алып барырға, плитәләге ашты болғатырға, эргәһендә мыжып торған баланың башынан һыйпарға һ.б. Ир-аттың тойомлау һәләте бер конкрет мәсьәләге генә туҡталырға мәжбүр итә.
Ике енес тә йортҡа ингәндә үҙен төрлөсә тота. Нәфис зат бүлмәгә аяҡ баҫыу менән ундағы барлыҡ мебелгә, түшәмдәрҙең төҫөнә, картиналарға иғтибар иткәс кенә, үҙенә ултырырға урын һайлай. Ирҙәр иһә, тәү сиратта урынлашыр урын эҙләй, шунан һуң ғына уның эске торошона күҙ һала. "Шоңҡар" журналынан.