“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм “Йөрәк-тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, республика дауаханаларына яңы аппараттар һатып алына. Тиҙҙән Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы һәм 21-се ҡала дауаханалары, Октябрьскийҙағы 1-се һәм Сибай, Нефтекама ҡала дауаханалары өр-яңы медицина ҡорамалдары аласаҡ.
Федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға 13 берәмек ҡорамал, шул иҫәптән алты юғары технологиялы - ике МРТ аппараты, бер КТ, ике ангиограф алынасаҡ. Июнь башында ун берәмек ҡорамал алыуға алты дәүләт контракты төҙөлгән. Шулай уҡ 187 берәмек реабилитация ҡорамалдары алыу планлаштырыла. Уға республика бюджетынан аҡса бүленәсәк.
Быйыл йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 861,69 миллион һум аҡса бүленгән.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбьуғат хеҙмәте.