Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 14:45

Һыуға батҡан булып ҡыланып...

Башҡортостанда клиенттарының аҡсаһын урлағандан һуң үҙ үлемен сәхнәләштергән мутлашыусы суд алдына баҫасаҡ.

Башҡортостанда клиенттарының аҡсаһын урлағандан һуң үҙ үлемен сәхнәләштергән мутлашыусы суд алдына баҫасаҡ.Кешеләрҙең аҡсаһын үҙ файҙаһына тотонған 41 йәшлек Айҙар Ғ., һыуға батҡан булып ҡыланып, ике йыл буйы яуаплылыҡтан ҡасып йөрөгән. Тикшереү материалдарынан күренеүенсә, "Әй" потребитель кооперативы етәксеһе әсәлек капиталын аҡсаға әйләндереүҙә ярҙам итеү тураһындағы белдереүе менән күп клиенттар йәлеп итә. 2016-ның мартынан 2017 йылдың июленә тиклем 44 кеше ошо маҡсатта кооперативҡа ышаныс белдерә. Шулай итеп, мут әҙәм 17 миллион һумға эйә була һәм уны үҙенсә тотона. Шулай уҡ, Башҡортостан Прокуратураһы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ул 37 ауылдашы менән7,5 миллион һумдан ашыу аҡсаны һаҡлау тураһында килешеү төҙөй, тик был миллиондар кооперативтың кассаһына барып етмәй.Ул тағы процент менән кире ҡайтарыу юлы менән бурысҡа алынған 11 миллионды һәм фатир "һатып" алынған 1,6 миллион һум аҡсаны үҙләштереүҙә лә ғәйепләнә. Урланған аҡсаның дөйөм суммаһы 37 миллион һум тәшкил итә.2017 йылда Айҙарҙың кейемен Әй йылғаһы ярында табалар, ә үҙе, йәнәһе лә, "юғалған" була. Тик ике йылдан хоҡуҡ һаҡсылары уны эҙләп таба һәм һаҡ аҫтына ала. Хәҙер иргә бөтә мутлыҡтары өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк. Әйткәндәй, ул ғәйебен таныған.
Фото:gallery.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: