Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 13:00

Емеш-еләк миҙгеле бер генә

Баҙарҙа кеше күп - кемдер һата, кемдер һатып ала. Һөт-ҡаймаҡ, эремсек, үҫентеләр... Нимә генә юҡ! Еләк менән сауҙа иткән апайҙар янына туҡтайым, хаҡтарын белешәм. Халыҡ башлыса урман еләген эҙләй. Ҡайын еләгенең 0,5 литрлыҡ банкаһы 300 һум тора, ер еләгенең биш литрлыҡ биҙрәләгеһен 1000 һумға, 10 литрлығын 2000-гә һатып алырға мөмкин. Ямғыр яумағас, быйыл еләк юҡ, шуға хаҡтар ҙа юғары, тиҙәр еләк һатыусылар.

Еләк-емеш миҙгеле - уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөп алған мәле. Ҡышҡылыҡҡа тәмле лә, шифалы ла ҡайнатмалар әҙерләп ҡуйырға була. Күптәр был ҡыҙыу осорҙа тәбиғәт биргән байлыҡтарҙы ҡулланып килем ала. Берәүҙәр еләк йыйып һатһа, икенселәре - еләк үҫтерә. Ауыл ерендә йәшәгән һәр икенсе кешенең тәғәйен эш урыны юҡ. Әммә йүнселдәр йүнен күрә. Кемдер күпләп мал-тыуар аҫрап көн итә, ә бәғзеләре еләк-емеш һатып ғаилә бюджетын тулыландыра.Баҙарҙа кеше күп - кемдер һата, кемдер һатып ала. Һөт-ҡаймаҡ, эремсек, үҫентеләр... Нимә генә юҡ! Еләк менән сауҙа иткән апайҙар янына туҡтайым, хаҡтарын белешәм. Халыҡ башлыса урман еләген эҙләй. Ҡайын еләгенең 0,5 литрлыҡ банкаһы 300 һум тора, ер еләгенең биш литрлыҡ биҙрәләгеһен 1000 һумға, 10 литрлығын 2000-гә һатып алырға мөмкин. Ямғыр яумағас, быйыл еләк юҡ, шуға хаҡтар ҙа юғары, тиҙәр еләк һатыусылар. Аҡса емеше түгел, баҡса емеше, тиһәләр ҙә, түтәлдәр һәм ҡыуаҡтар емештән һығылып торһон өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Баҡса еләгенең 0,5 литрлыҡ банкаһын 150 һумға алырға була. Күптәр ундайҙар хаҡында, анһат аҡса эшләйҙәр, иртәнсәк барып йыялар ҙа әҙер еләкте баҙарға сығара ла һаталар, тиҙәр. Беҙ уйлағанса анһат ҡына түгел шул аҡса эшләүе. Күпме тырышлыҡ, түҙемлек, сослоҡ кәрәк.- Йәйҙе мин бигерәк тә яратам, көтөп алам. Йәйҙең бер көнө - ожмахҡа тиң, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, - ти Наурыҙ ауылынан килгән Флориса Суфиянова. - Еләкте көн дә балаларым менән йыйып һатыуға алып киләм. Иртә менән килеп ултырһам, төшкөлөккә һатып бөтөп, ҡайтып та китәм. Сейә, муйыл ваҡыты етһә, уны ла йыйып һатам, - тип бәйән итте. Ҡыҙы Әлфинә лә еләк тиреүҙә әсәһенән ҡалышмай. Миҙгелле кәсепте үҫмер түҙемһеҙләнеп көтөп ала, сөнки ошо осорҙа арыу ғына аҡса эшләп уҡыуға кәрәк-яраҡтар алырға була. -Йыйыу менән түгел, һата белеү ҙә кәрәк бит әле. Уны һәр кем булдыра алмай. Ғүмеремдә бер еләк һатырға барып, әй торҙом аптырап, - тип һүҙгә ҡушылды баҙарҙа үтеп барыусы бер ханым. -Бер биҙрәһен мине йәлләп бер урыҫ бабай алып китте, икенсеһен сейәгә алыштырып алып ҡайттым. Шуның менән баҙарым мәңгелеккә бөттө.Разия Мәхмүтова ла еләк менән һатыу итә. - Емеш-еләккә йөрөү - үҙе үк күңелле ваҡыт. Бына әле ҡайын, ер еләктәре алып килдем, - ти. -Тик быйыл еләк урыны-урыны менән генә, шулай ҙа йүнселдәр ҡул ҡаушарып ултырмай ул, бөртөкләп булһа ла йыя, таба.Учалы ҡалаһында йәшәүсе Моратовтар ғаиләһе лә еләк йыйып, ҡайнатма эшләп, үҙ ғаиләләренә ҡышҡылыҡҡа витамин запасы туплағандан һуң, һатыуға сығарып аҡса эшләргә лә форсат таба. Флүрә апай тормош иптәше менән баҡса еләген һаталар. «Виктория» еләге янына байтаҡ ҡына кеше лә йыйылып киткән. Әле баҡсала бешә торғаны күп, тиҙәр. Уңған ҡатын, ергә эйелгән ас ҡалмаҫ, тигән әйтемде ҡолағына элеп, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Ала яҙҙан ҡара көҙгәсә ерҙә мәж килгәс, уңышы ла инәлтмәй.- Әлбиттә, үҙенән-үҙе генә булмай бер нәмә лә - тырышырға кәрәк. Еләктәремде бала кеүек тәрбиәләйем. Уларҙы бит тейешенсә ҡараһаң ғына уңыш бирә. Сабырлыҡ талап ителә.Үҙебеҙгә етерлек ҡайнатма әҙерләп алғандан һуң ғына һатабыҙ. Хәйер, үҙебеҙгә генә түгел, балаларға ла хәстәрләп ҡуябыҙ. Йәй аяғың тыпылдамаһа, ҡыш ауыҙ сәпелдәмәй бит инде, - ти уңған ханым. Афариндан башҡа ни әйтәһең инде ошо уңған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап! Ошондай егәрле, тырыш кешеләр ҡулында бит ул тормош.Бына бит, ниәт иткәндә һәр кемдең хәленән килерҙәй эш. Игендең уңыу-уңмауына ҡарағанда ла еләк-емештең уңыуы район халҡы өсөн бөгөнгө көндә мөһимерәк. Сөнки бик күптәр ошо миҙгелдә емеш-еләк һатып байтаҡ аҡса эшләп ҡала. Йәйҙе бит юҡҡа ғына аҡсалы ай тимәйҙәр. Иренмә генә - аҡса аяҡ аҫтында үҫә һәм өлгөрә! Ауылда эш юҡлыҡҡа һылтанып ултырып булмай. Етеш тормошта йәшәйем тиһәң, кеше араһында кәм-хур булмай матур кейенәм тиһәң, аяҡ аҫтындағы еләк-емештән дә аҡса эшләп була. Сәләмәт йәшәйем тиһәң, еләкте йыйып дауаланырға була. Ялҡауланмаһаң, эш рәтен белһәң, намыҫлы булһаң, ауылда ла рәхәтләнеп йәшәргә мөмкин. Бары тик теләк кенә булһын!
Читайте нас: