Яйыҡ
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 18:20

Ғәфү иттем һине, атай...

Әсәйем миңә ҙур өмөттәр бағлай, яҡшы урынға эшкә урынлашыр, уңышлы кейәүгә сығып, аҡыллы балалар үҫтерерҙәр, тип ышана. Тик хыялының икенсе өлөшөн һис тә тормошҡа ашырып булмай әлегәсә.

Мин әсәйем менән икәүҙән-икәү генә үҫкән ҡыҙмын. Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамланым, бер ҡыйынлыҡһыҙ юғары уҡыу йортона индем.Әсәйем миңә ҙур өмөттәр бағлай, яҡшы урынға эшкә урынлашыр, уңышлы кейәүгә сығып, аҡыллы балалар үҫтерерҙәр, тип ышана. Тик хыялының икенсе өлөшөн һис тә тормошҡа ашырып булмай әлегәсә. Уҡыу яғынан бәхет бар, зиһенем асыҡ, тырышлығым етерлек, һәр саҡ уҡытыусыларҙың маҡтаулы уҡыусыһы, студенты булып йөрөнөм. Ошоға тиклем, үҙем оҡшатһам да, артымдан йүгереү­селәр булһа ла, бер егет менән дә йөрөп ҡарағаным булманы. Аҡыл кергән һайын шуны аңланым: мин бөтөнләй улар халҡы менән мөнә­сәбәт ҡорорға ҡурҡам икән, бере­һенә лә ышанмайым. Үҙем таныш­мағас, кемде генә димләмәнеләр, араларында бик лайыҡлылары, күңелгә ятҡандары ла бар ине. Был хәлгә үҙемдән бигерәк әсәйем нығыраҡ ҡайғыра: “Мин ирһеҙ ҡартайҙым, ниңә һаман һуҙаһыңдыр, ғүмерлеккә яңғыҙ ҡалырға уйлайһыңмы?” – тип көн дә “тормош ҡорорға теләмәгән” ҡыҙын эшкәртергә онотмай. Аңла­май ул минең ир затынан уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡыуымды, был турала белмәүе яҡшыраҡ, былай ҙа күпте күргән бит ул, хәҙер минең өсөн дә борсолмаһын, тим....Аптырағандан йәшерен генә психологка яҙылдым. Беренсе килгәндә үк ул: “Һеҙҙәге бөтә кәмселек-етешһеҙлек, үҙ-үҙегеҙҙән ҡәнәғәтһеҙлек, тормошҡа ашмаған хыялдарығыҙ – бала сағығыҙҙың сағылышы. Шул ваҡытта яҙмышы­ғыҙға тәьҫир итерлек ниндәйҙер ваҡиға булған, әйҙә, иҫегеҙгә төшөрөп алайыҡ”, – тине.Үҙем иҫләгәнсә, барыһын да ҡыҫҡаса һөйләп бирҙем: әсәйем яҡшы, өлгөлө булды, минең өсөн барыһын да эшләне, аҙаҡ кәңәшсемә әүерелде, атайым миңә ете йәш булғанда ташлап сығып китте...Психолог атайым менән әсәйем араһындағы мөнәсәбәт тураһында һораша башланы. Уның бында ни ҡатнашы бар һуң, тип ғәжәпләнеп, яйлап иҫкә төшөрә башланым.Атайым менән бергә йәшәгән ваҡытты аҙ-маҙ иҫләйем мин. Ул аҙ һүҙле, йомшаҡ күңелле һымаҡ хәтерҙә ҡалған. Әсәйемдең уны гел ишек төбөндәге диванға айырым һалыуын, ашағанда һәр ваҡыт “шапылдама!” тип иҫкәртеүен, килеп инһә, “бысраҡ кейемдәрең менән үтмә!” тип ҡысҡырыуын яйлап хә­тергә төшөрөргә мәжбүр итте белгес. Тимәк, әсәйең атайыңды ярат­маған, уны ғаиләлә ҡалдырырға үҙе телә­мәгән, тигән һығымта яһаны ул.Мин ярһып киреһен иҫбатларға тырыштым, һуң атайым ташлап киткән бит! Уны шул тиклем ныҡ һағына торғайным тәүҙә, ҡасан ҡайта, тип көн дә мыжый торғас, әсәйем: “Уға һин дә, мин дә кәрәк түгел, ана теге арғы яҡ Мөршиҙәне яҡын күреп, шунда йәшәргә китте, хәҙер уның балаларына атай”, – тип киҫә генә яуап биргәндән һуң, башҡаса ул турала ауыҙымды ла асманым.Атайыма хыянаты өсөн ныҡ рәнйенем, урамда осрағанында һөй­ләшергә килһә, ҡырт боролоп ҡаса инем, аҙаҡ ҙурая килә бөтөнләй уға ҡарата күңелем ҡатты, хатта күрә алмаҫ дәрәжәгә еттем. Өләсәйем һөйләүенсә, әсәйем “уларға ауылда йәшәргә хут бирмәгән”, ҡайҙалыр күсенеп киткәндәр. Шунан аҙаҡ бөтөнләй атайымды күргәнем булманы. Уйламаным түгел, ул күңел төбөндә үҙен һәр саҡ һиҙҙереп һыҙлап торған яра кеүек ине. Ә шулай ҙа һорашыусылар булһа, нәфрәт менән “Минең атайым юҡ!” тип яуаплар булдым.Бер нисә көн йөрөгәндән һуң, ошоларҙы “һығып” алды минән психолог һәм көтөлмәгәнсә һығымта яһаны: “Атайыңа булған үпкә, нәфрәт, рәнйеү һине бәйләп тота, шул сәбәп ир затынан биҙҙерә, ҡурҡыта ла. Әгәр ҙә атайыңды асыҡтан-асыҡ ғәфү итмәһәң, ул көсәйеп, күңел ауырыуына әүере­лергә мөмкин”.Әсәйемә, берҙән-бер балаһына хыянат иткән кешене нисек ярлыҡарға була һуң, тип эстән ярһыуым, күрәһең, йөҙөмә бәреп сыҡҡандыр: “Хәтерләүеңсә, әсәйең атайыңа түҙеп торғоһоҙ шарттар тыуҙырған, бындай мөнәсәбәткә риза булмайынса, ул сығып киткән. Сығып китеүе һине яратмауҙан түгел, ә үҙен ихтирам итеүҙән. Һине лә күрергә килгән, үҙең осрашыуҙан ҡасҡанһың, ярҙамдан өҙмәгән, тип тә һөйләнең, тимәк, ул бер ҙә насар кеше түгел, тик әсәйең менән уртаҡ тел тапмаған ғына. Һиңә уны табырға, һөйләшергә, үпкәләреңде белдерергә, үҙен дә тыңларға, аҙаҡ ғәфү итергә кәрәк, шунһыҙ тынғы тапмаҫһың”, тип тә өҫтәне күңел сире табибы.Атайымды табыу ауыр булманы, ул бәләкәй генә ҡалала шул ауылдаш апай менән йәшәп ята икән. Ҡатынының ике балаһын үҫтергән­дәр, эргәләрендә уртаҡ балалары – минең ҡустым ҙурайып килә. Киләм тигәс, атайым тәүҙә һүҙһеҙ ҡалды, шунан ашығып ҡайҙа, нисек барырға өйрәтте. Улар мине әҙерләнеп, матур ҡаршы алды. Осрашыу уңайһыҙыраҡ, беренсе тап­ҡыр күрешкән сит кешеләрҙеке һымаҡ башланды. Шулай ҙа һөй­ләштек, аңлаша алдыҡ шикелле. Психолог өйрәткәнсә, ҡысҡырып ғәфү итә алманым, быны эстән генә башҡарҙым.Атайым менән осрашҡандан һуң, ысынлап та, еңел булып ҡалды, мозаиканың етешмәй торған өлөшө үҙ урынын тапҡан кеүегерәк булды ул аңлашыу-аралашыу. Күңелдәге ниндәйҙер кәртәләр емерелгән һымаҡ тойғо кисерҙем, торараҡ йөрәк түрендә әсәй янында атайға ла урын барлыҡҡа килде. Был турала әсәйемә бер аҙ тынысланғас һөйләп ҡуйырмын, тим, йәшерен, күңелде ҡырған хәл-ваҡиға ҡалмаҫҡа тейеш, ти бит психолог, үҙемдең дә ҡәҙерле кешемдән бер нәмәне лә йәшергем килмәй.Хәҙер ысынлап етди итеп үҙем­дең ғаиләмде ҡороу хаҡында уйлана башланым, мин буласаҡ иремде һәм тыуасаҡ балаларымды бәхетле итермен, атай-әсәйҙең хаталарын ҡабатламаҫмын, тип ышанам.
Автор: Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА
Читайте нас в