Яйыҡ
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 17:45

Республика аграрийҙары мал аҙығының 50% тиерлек әҙерләгән

Башҡортостан баҫыуҙарында бесән һәм сенаж әҙерләү эштәре дауам итә.

Башҡортостан баҫыуҙарында бесән һәм сенаж әҙерләү эштәре дауам итә. 2 июлгә 721 мең тонна сенаж (был кәрәкле мал аҙығы күләменең 48 проценты) һәм 360 мең тонна бесән әҙерләнгән (47 процент). Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ҡышҡылыҡҡа тупаҫ мал аҙығының иң күбен Хәйбулла аграрийҙары — 26,3 мең тонна, һутлы мал аҙығын иһә Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡ райондары әҙерләгән (64,3 һәм 53,4 мең тонна).
Хәйбулла, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондары аграрийҙары мал аҙығы запасын туплауҙа бөтәһенән дә әүҙемерәк. Был райондарҙа бөгөнгә мал аҙығы әҙерләү кимәле бер шартлы баш малға 16 центнерҙан ашыу мал аҙығы берәмеге тәшкил итә.
https://www.bashinform.ru/news/1468715-agrarii-bashkirii-zagotovili-pochti-50-nuzhnogo-obema-kormov/
Читайте нас в