Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу йортонда бер ай элек тыуған өс игеҙ сабый өйҙәренә ҡайтарылды. Ҡыҙҙар 4 июндә донъяға ауаз һалды, ләкин һәр береһенең ауырлығы ике килограмм самаһы булғанға, уларға табиптар күҙәтеүе аҫтында ҡалырға тура килде.
Сибайҙан йәш ата-әсә ҡыҙҙарына исем ҡушҡан да инде: Полина, Арина һәм Ева. Күп балалы әсә Резеда Арнаутова «Хәбәрҙәр-Башҡортостан» хәбәрселәренә балаларҙы ғаилә дуҫы бүләк иткән төйрәүестәргә ҡарап айырыуын әйтте. Хәҙер иҫтәлекле билдә ҡыҙҙарҙың башлыҡтарына беркетелгән.
«Ләкин барыбер әсә йөрәге һиҙә, мин төндә уларҙың кемеһе илағанын айырам», — тине өс бала әсәһе.
https://www.bashinform.ru/news/1468741-iz-roddoma-rkb-im-kuvatova-spustya-mesyats-so-dnya-rozhdeniya-vypisali-troynyu/