Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2020, 15:15

Алты кешене үлтергән

Һүҙ үтә ауыр енәйәттәр башҡарған, алты кешенең ғүмерен ҡыйған, кеше талаған һәм башҡа ауыр енәйәттәр ҡылған әҙәм аҡтығы хаҡында бара.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының оҙаҡ йылдар дауамында тикшерелгән енәйәттәрҙе асыу буйынса махсуслашҡан бүлеге Яңауыл районында йәшәгән 51 йәшлек кешегә ғәйепләү белдереүе хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне. Мәғлүм булыуынса, ошо көндәрҙә тәфтиш эше тамамланған, ғәйебе иҫбатланған һәм эш судҡа оҙатылған.
Һүҙ үтә ауыр енәйәттәр башҡарған, алты кешенең ғүмерен ҡыйған, кеше талаған һәм башҡа ауыр енәйәттәр ҡылған әҙәм аҡтығы хаҡында бара.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә, 2008 - 2011 йылдарҙа Яңауыл һәм Краснокама райондарында өс тапҡыр кеше үлтереү осрағы теркәлгән, һәр осраҡта икешәр кешенең ғүмерен ҡыйғандар.
Һәләк булғандарҙың йорттарынан затлы әйберҙәр, аҡса алғандар. Енәйәтсе ҡорбандары исемлегендә: 73 йәштән 82 йәшкәсә оло йәштәге ике пар, шулай уҡ, 75 йәшлек атаһы менән йәшәгән 42 йәшлек улы – йәмғеһе алты кеше. Бөтәһе лә матур, етеш йәшәгән кешеләр, ауыл хужалығы менән шөғөлләнгәндәр. Ул саҡтарҙа енәйәтсене табыуға өлгәшә алмағандар.
2018 - 2020 йылдарҙа тәфтишселәр ошоға оҡшаған енәйәттәрҙе асыҡлау менән шөғөлләнгән. Уларҙың иғтибарын Яңауыл районында башҡарылған, 25 уғрылыҡ осрағынан торған бер енәйәт серияһы йәлеп иткән. Енәйәтсене судтан һуң холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатҡан булғандар. Тәфтишселәр бурҙың алымдары һәм ысулдары бығаса башҡарылған ҡот осҡос енәйәттәрҙекенә оҡшаш булыуын асыҡлаған.
Ошонан һуң криминалистар асылмаған енәйәттәрҙе тикшереү буйынса ҙур эш атҡарған. Һөҙөмтәлә, был кешенең профессиональ енәйәтсе булыуы асыҡланған, ул урлауҙарға махсуслашҡан. Бығаса ла уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән булған. Һәләк булғандарҙың ауылдарында ла тап енәйәт ҡылынған ваҡыттарҙа булып китеүе мәғлүм. Тәфтишселәр фекеренсә, был әҙәм аҡтығы буласаҡ ҡорбандары тураһында мәғлүмәт туплаған, йорттарында затлы-зиннәтле әйберҙәр барлығын асыҡлаған, ниндәйҙер тауар һатыу сәбәбе табып, хужалар менән шәхсән танышҡан. Унан инде йорттарына баҫып ингән, ирҙәрҙең башына ҡаты әйбер менән һуҡҡан, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙы быуған. Эҙҙәр ҡалдырмаҫҡа тырышҡан, ә 2008 йылда, сираттағы енәйәтенән һуң, ҡорбандарының йортон яндырған.
Ғәйепләнеүсе, иҫбатлаусы дәлилдәр булыуға ҡарамаҫтан, ғәйебен танымаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эш судҡа оҙатылған. Тиҙҙән алты кешенең ғүмерен ҡыйыусы вәхшигә хөкөм ҡарары сығарасаҡтар.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: