“Экология Т” төбәк операторы ошондай электрон хеҙмәт булдырған. Уның менән Туймазы, Октябрьский, Бәләбәй, Дәүләкән ҡалалары һәм эргәләге 10 район халҡы файҙалана ала. Мобиль ҡушымта ярҙамында шәхси кабинетта көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн түләргә, электрон квитанцияны ҡарап барырға мөмкин.