Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2020, 18:10

Кальянға сик ҡуйылды

Ҡайһы бер йәмәғәт урындарында тәмәке, шул иҫәптән кальян, тартыуға өҫтәмә сикләүҙәр барлыҡҡа килде.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында тирә-яҡтағы тәмәке төтөнө тәьҫиренән һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында» закон проектын хупланы. Уға ярашлы, ҡайһы бер йәмәғәт урындарында тәмәке, шул иҫәптән кальян, тартыуға өҫтәмә сикләүҙәр барлыҡҡа килде.
Бындай тыйыу парктарға, скверҙарға, майҙандарға, яр буйҙарына, йәмәғәт транспорты туҡталыштарына, ер аҫты һәр ер өҫтө үткәүелдәренә, гараждарға, туҡталҡаларға, ял итеү, туризм, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән территорияларға, асыҡ һауала театр-концерт, спорт, ижтимағи-сәйәси саралар үткәреү урындарына ҡағыла.
– Федераль ҡануниәт төбәктәргә йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу буйынса өҫтәмә сикләүҙәр билдәләү мөмкинлеген бирә һәм беҙ ошо хоҡуҡты ғәмәлгә ашырабыҙ, – ти Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Фото: "Башинформ"
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в