Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2020, 18:25

"Ярай әле эшем ҡомға килеп терәлгән..."

Рафаэлдең хәле бөгөн бигерәк мөшкөл: бөтөн донъяһы икегә бүленгәндәй. Иртән генә барыһы ла уның егәрлелегенә, уңғанлығына, мал-аҡса таба белеүенә, шәп эшҡыуар икәнлегенә һоҡлана ине. Хәҙер уға бармаҡ төртөп көлгән кеүектәр. Ҡасандыр барыһы ла ал да гөл ине...

Рафаэлдең хәле бөгөн бигерәк мөшкөл: бөтөн донъяһы икегә бүленгәндәй. Иртән генә барыһы ла уның егәрлелегенә, уңғанлығына, мал-аҡса таба белеүенә, шәп эшҡыуар икәнлегенә һоҡлана ине. Хәҙер уға бармаҡ төртөп көлгән кеүектәр. Ҡасандыр барыһы ла ал да гөл ине...
Рафаэль сибәр, телсәр Әминәгә өйләнгәндә ярайһы ғына табыш алып эшләгән фирма етәксеһе ине. Шуға кәләшен өрмәгән ергә ултыртманы тигәндәй: ул нимә теләй, шуны һатып алды, теләгәнсә кейенде, сит тарафтарҙа байтаҡ ял итте. Иренә эшендә ярҙам итә башлағайны-башлауын...
Эшҡыуар тип әйтеүе генә еңел, күпме көс һалды Рафаэль ошо шөғөлөнөң ныҡлы табыш килтереүе өсөн. Тик аҙаҡ ҡына уның үҙ туғанына кеүек ышанған бухгалтерының алдаҡсы икәнлеге, үҙ кеҫәһенә әллә күпме аҡсаһын һалып барыуы, һөҙөмтәлә фирманың бурысҡа батып, көрсөккә тиерлек барып терәлеүе асыҡланды. Нисек кенә ауыр булмаһын, был һынауҙарҙы ла яҡты йөҙ менән йырып сығырға тырышты Рафаэль. “Сәләмәтлегем һәм ғаиләм барҙа бирешмәм”, – тип уйлай ине ул. Шуға машинаһын да һатты, кредит алды һәм аҡсаһын янында ҡалдырырға тырышты.
Шулай итеп, ир проблемаларҙы хәл итергә тырышһа, ҡатыны ла буш ултырманы - Рафаэлдән күпкә байыраҡ әҙәмде тапты ла айырылышырға ғариза яҙҙы. Бик ауыр ҡабул итте ире был хәбәрҙе, хатта башта ҡатынының китмәүен, бар ғорурлығын юйып, һорағайны ла, тегеһе ризалыҡ бирмәне...
Был хәлгә бер нисә йыл үткәс, Рафаэлдең эше яйланды, тағы элекке хәленә ҡайта башланы. ”Әминә килде әле бөгөн. Тағы бергә йәшәмәксе итә. Теге ире үҙенә ҡул күтәреп ыҙалатҡан икән. Хәҙер уның өсөн минән дә яҡшыраҡ ир юҡ икән донъяла”, – тип әйткән ир күптән түгел дуҫына. Һәм тағы: “Ярай әле, эшҡыуарлығым ҡасандыр ҡомға килеп терәлде. Юғиһә ғүмерем ышанысһыҙ ҡатын менән заяға үтер ине”, – тип өҫтәгән.
Фото: gurutest.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в