Яңыраҡ булған Норильск ҡалаһындағы экологик афәт барыһына ла билдәле: йылылыҡ электростанцияһында цистерналар тишелеп, тирә-йүн 21 000 тонна дизель яғыулығы менән бысратыла. Йылғала зарарлы матдәләрҙең миҡдары рәхсәт ителгәндән тиҫтә меңләп тапҡыр артҡан. Бәғзе эксперттарҙың самаһы менән, тәбиғәткә килгән зыянды 100 миллиард һумға тиклем сумма менән баһаларлыҡ.
Беҙҙең “Технофлекс заводы” йәмғиәте биләмәләрендә махсус тактик күнекмә үтте. Йәнәһе лә, резервуарҙарҙан 2000 кубометр дизель яғыулығы ергә аҡҡан. Шундуҡ Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр ителә, “техноген һәләкәт урынында” оператив штаб булдырыла.Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә “Технофлекс заводы” йәмғиәте, Өфөнән “Экоспас” үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Бон (йөҙмә ҡойма) ҡуйыу, түгелгән нефть продукттарын йыйыу буйынса эш итеү оҫталығы камиллаштырыла.
-Ҡуйылған маҡсатҡа ирештек, күнекмәлә ҡатнашыусылар бурыстарын үтәне, - район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитет рәйесе Дмитрий Науменко.
Эйе, Һаҡланғанды ғына Хоҙай һаҡлай, беҙгә, нисәмә йылға башында урынлашҡан төбәккә, айырыуса һаҡ булыр кәрәк.