Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 16:50

Башҡортостан башлығы хакимиәтендә COVID-19 менән сирләүселәр күп

Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтендә һәм республика хөкүмәтендә коронавирус менән сирләүселәр байтаҡ.

Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтендә һәм республика хөкүмәтендә коронавирус менән сирләүселәр байтаҡ. Был хаҡта 6 июлдә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Коллегалар, муниципалитет башлыҡтары, уянығыҙ, зинһар. Буш ваҡытығыҙҙа донъя яңылыҡтарын уҡығыҙ – Ҡаҙағстан ике аҙналыҡ карантинға ябылды. Израилдә барлыҡ сикләү саралары тулыһынса әйләнеп ҡайта. АҠШ-та көн һайын бер нисә тиҫтә мең кеше сир йоҡтора. Бөтә ерҙә лә хәл бик көсөргәнешле. Шуға күрә беҙгә ауырыуҙар арта тип иларға тура килмәһен, тимәк, беҙ ҡайҙалыр эшләп еткермәйбеҙ», — тине Башҡортостан Республикаһы башлығы.
Радий Хәбиров республикала коронавирусҡа бәйле хәлде анализларға ҡушты.
«Беҙ эре предприятиеларыбыҙҙа ҙур булмаған сир сығанаҡтары барлыҡҡа килеүен теркәй башланыҡ. Улар бының менән әүҙем шөғөлләнә. Бөтәһе лә өйрәнде шикелле – осраҡтар булһа, шунда уҡ ябабыҙ. Коллегалар, Айҙа йәшәмәйһегеҙ бит, былар барыһы ла беҙҙең тирәлә йөрөй. Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтендә, бында, хөкүмәттә, сирлеләр күп кенә. Аңлағыҙ, был беҙҙең янда йөрөй, бер-беребеҙҙе һаҡларға кәрәк», — тип хәбәр итте республика башлығы.
Башҡортостанда битлек режимы, социаль дистанция һәм өлкән йәштәгеләр өсөн «комендант» сәғәте ғәмәлдә.
Бынан алда «Башинформ» 6 июлгә республикала 5 638 сирле теркәлеүе тураһында хәбәр итте. Тәүлек эсендә 47 кешегә күберәк.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
https://www.bashinform.ru/news/1469750-radiy-khabirov-v-administratsii-glavy-bashkirii-bolshoe-kolichestvo-zabolevshikh-covid-19/
Читайте нас в