Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 5 638 сирле иҫәпләнә. Һуңғы тәүлектә улар 47-гә артҡан.
Дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры хәбәр итеүенсә, әле республика стационарҙарында — 412, амбулатор шарттарҙа 1 817 кеше дауалана.
Республикала коронавирус теркәлгәндән алып бөтәһе 3 304 кеше һауыҡҡан.
Кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, COVID-19 буйынса хәл «бик шәптән түгел». Төбәктә дүртенсе аҙна инде хәүефле вирус йоҡтороусылар кәмемәй, тип өҫтәне ул.
https://www.bashinform.ru/news/1469695-chislo-bolnykh-covid-19-v-bashkirii-vyroslo-do-5638-chelovek/