Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 17:00

Ирекмәндәргә рәхмәт әйтелде

Балалар ижад һарайында ҡала-районыбыҙ ирекмәндәре слетҡа йыйылды. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов пандемия осоронда әүҙем эшләгән ирекмәндәрҙе тәбрикләне

Балалар ижад һарайында ҡала-районыбыҙ ирекмәндәре слетҡа йыйылды. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов пандемия осоронда әүҙем эшләгән ирекмәндәрҙе бүләкләне.
Улар ауыр мәлдә ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, мохтаждарҙы яңғыҙ ҡалдырмай, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырышты. Районыбыҙҙа 49 ирекмән иҫәпләнә. Төп көстө башлыса йәштәр тәшкил итһә лә, араларында урта һәм өлкән быуын кешеләре лә юҡ түгел. Карантин осоронда мохтаждарға ярҙамдан тыш, Учалы ирекмәндәре даими нигеҙҙә инвалид балалар, өлкәндәр, йәштәр менән эшләй.
Анастасия Минһажева яҡташтарына туғыҙ йыл ярҙам итә. Йәшәйешебеҙгә күҙгә күренмәҫ дошман һөжүм иткән мәлдә лә тыныс ҡына ситтә ҡала алмаған.
- Тәү тапҡыр балалар йортона барыраға тура килде, етем ҡыҙ-малайҙарҙы күреп йөрәгемдең нисек әрнегәнен белһәгеҙ икән? Шул мәлдән башлап сирле, ярҙамға мохтаж, балаларҙы, ололарҙы, ғөмүмән, үҙҙәренә ҡарата ниндәйҙер йылы мөнәсәбәт өмөт иткән кешеләрҙе ситләтеп үтә алмайым.
Тормош аяуһыҙ, Настяның тәүге балаһы ауырыу булып донъяға килә, инвалид. Шуға ла сирле бала тәрбиәләгән әсәйҙәрҙең күңел кисереше минең өсөн таныш, ти ул.
Бүләкләнеүселәр араһында коллегабыҙ Баныу Ҡаһарманова ла бар. Баныу Латиф ҡыҙын районыбыҙҙа ғына түгел, республикала ла беләләр. Гүзәл ханымды ҡайһы ваҡыт амбразураға ташланырға әҙер һалдат итеп күрәбеҙ. Осло ҡәләме, үткер һүҙе, изге эштәре менән кешеләргә ярҙам итеп йәшәй.
Руслан Ғиләзетдинов әүҙем ирекмәндәргә рәхмәт әйтте һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
фото Учалы район хакимиәте сайтынан
Читайте нас: