Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 16:50

Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеге

Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеген рәсми асыу тантанаһы авгусҡа билдәләнгән.

Төрөк Республикаһында Башҡортостан вәкиллеген рәсми асыу тантанаһы авгусҡа билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Ошо ваҡытҡа тиклем «сикте асыу менән эшләй башларға мөмкин булһын өсөн» Төркиәлә вәкиллек асыуға бәйле «бөтә ҡағыҙ эштәрен тамамларға кәрәк», тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төрөк бизнесмендары Башҡортостан менән бик ҡыҙыҡһына.
Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеген асыу ике республика араһында ныҡлы иҡтисади бәйләнештәрҙе яйға һалыуға булышлыҡ итергә тейеш.
Бынан тыш, Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетына Башҡортостандың Австрияла асылған рәсми вәкиллеге эшен тикшерергә ҡушты.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
https://www.bashinform.ru/news/1469755-predstavitelstvo-bashkortostana-v-turtsii-planiruetsya-otkryt-v-avguste/
Читайте нас в