Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 17:20

"Улыбыҙ әсәһенең әйберҙәренә ҡағылдыртмай..."

Бишенсе йәй инде Вәсилә Фәттәховаһыҙ килде. Беҙ яратҡан йырсыбыҙҙы юғалтһаҡ, ире Илгиз һөйөклө ҡатынһыҙ, балалары Кәрим менән Камила әсәйһеҙ ҡалды.

Бишенсе йәй инде Вәсилә Фәттәховаһыҙ килде. Беҙ яратҡан йырсыбыҙҙы юғалтһаҡ, ире Илгиз һөйөклө ҡатынһыҙ, балалары Кәрим менән Камила әсәйһеҙ ҡалды. Вәсиләһеҙ тормош, уға бағышланған китап, тормош тураһында уйланыуҙар – Илгиз менән әңгәмәлә.
– Илгиз, социаль селтәрҙә әленән-әле Вәсиләнең фотоларын, уның башҡарыуында йырҙарҙы ҡуяһығыҙ.
– Юҡһындыра... Йылдар үтһә лә, яралар төҙәлмәй икән. Ул – минең иң яҡын кешем... Мәңгелеккә! Ә иң ҙур фажиғә – балалар әсәйһеҙ үҫә.
– Кәрим инде ҙур егет булып үҫкәндер?
– Ул әсәһен бик һағына. Аҙ һөйләшә. Иң яҡын кешеһеҙ тормоштоң ауырлығын эсенән генә кисерә. Әсәһенең әйберҙәренә ҡағылдыртмай. Бала сағын йыш хәтерләй. Улар бит әсәһе менән айырылғыһыҙ булып йәшәне.
– Ә Камила?
– Беҙгә бүләк булып, нәҡ туйыбыҙ көнөндә донъяға килде ул. Камила тыуғанда 900 грамм ине. Ундайҙар йәшәй алмай, тигәйне табиптар. Иҫән ҡалырына ышаныстары юҡ та ине. Ғүмере булғас, ҡыҙым матур булып үҫеп килә. Эйе, сәләмәтлеге насар. Айырым тәрбиә кәрәк. Дауахананан алып сыҡҡандан бирле уны әсәйем тәрбиәләй. Дауалау курстары үтер өсөн төрлө ерҙәргә йөрөнөк, бына хәҙер операцияға әҙерләнәбеҙ. Пандемия генә ҡамасауланы.
– Илгиз, был һорауҙы биреп ялҡытып бөткәндәрҙер инде: ҡабат өйләнеү тураһында уйламайһыңмы? Йылдар үтә...
- Йылдар менән бергә ғүмер ҙә үтә. Хәҙер уйландыра башланы. Миңә ҡатын ғына түгел, балаларыма әсәй булырҙай кеше кәрәк. Нимәнелер үҙгәртергә ваҡыт еткәндер. Барыһы ла яҙмыш ҡулында...
Фото: Vk.com
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: