ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Әле электр монтажлауы, борт таштарын һалыу кеүек эштәр атҡарыла. Киләсәктә рус армияһы капитаны С.Е. Топорнинға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1790 йылда был капитанға императрица Бөйөк Екатерина ер бүләк иткән. Райондың исеме лә башта ошо капитан фамилияһын – Топорнин исемен – йөрөткән. Аҙаҡ Башҡорт АССР-ының игенселек халыҡ комиссары Иван Кушнаренко исеме менән атала башлаған. Ошо район үҙәгендәге майҙан тирәһендәге биләмә йәшелләндереләсәк, амфитеатр һәм сәхнә барлыҡҡа киләсәк.
Төҙөкләндереүҙән һуң был үҙәк майҙан урындағы халыҡтың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү урыны буласаҡ. Өҫтәүенә бында төрлө ижтимағи саралар ойоштороласаҡ. Ғөмүмән, тотош ғаилә менән ял итеү өсөн бик яҡшы урынға әйләнәсәк был майҙан.
"Башҡортостан" (А. Низамова)
Фото: Кушнаренко районы хакимиәтенән.